

1 майҙа Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендәге “Еҙем” тәбиғәт паркы биләмәһендә “Ҡарға бутҡаһы” милли байрамы уҙғарыла.
Ҡарға бутҡаһы – кеше һәм тәбиғәттең берҙәмлек символы, ул киләсәк быуындар өсөн мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.
Программаға ярашлы, иртәнге сәғәт 10-дан ҡунаҡтарҙы ҡаршылай башлайҙар. Артабан байрамды асыу тантанаһы, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмәһе һәм йәрминкә ойошторола. Шулай уҡ сараға килеүселәрҙе театрлаштырылған тамаша, фольклор ансамблдәре ҡатнашлығында байрам концерты, халыҡ-ара балалар уйындары, “Ритайым” халыҡ күңел асыуҙары көтә. Шулай уҡ “ҡарға” бутҡаһы менән дә һыйлаясаҡтар.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы, Ғафури районы хакимиәте ойоштора.
Фото: БР Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы.