Башҡорт донъяһы
24 Апрель , 11:30

Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте. 

Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әлеКомиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе Урал Килсенбаев сараны асып, ултырыштың көн тәртибе менән таныштырҙы. Урал Таһир улы быға тиклемге ултырышта күтәрелгән төп мәсьәләгә – яһалма зиһен осоронда туған телдәрҙе үҫтереүгә лә туҡталып үтте. Әйткәндәй, үткән ултырыштан һуң бөгөнгө көнгәсә яһалма зиһенде башҡортса телмәр менән байытыу маҡсатында 255 мең материал тупланған. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Билдәләнгән эштәрҙе тейешенсә алып барыу өсөн комиссия ҡарамағында өс хеҙмәт булдырырға ҡарар ителгән: терминология, топонимика һәм яһалма зиһен буйынса хеҙмәттәр. Терминология буйынса эшмәкәрлекте “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкләйәсәк. Топонимика хеҙмәте – был осраҡта ер-һыу атамалары ғына түгел, ҡала һәм ауылдарҙағы урам исемдәренең дөрөҫ яҙылышы һәм тәржемәһе йәһәтенән алып барыласаҡ эш телсе-ғалим, филология фәндәре докторы Гөлнур Һарун ҡыҙы Бохароваға ышанып тапшырылды. Ә инде башҡорт телен яһалма зиһен ярҙамында үҫтереү йүнәлешен Урал Таһир улы үҙ ҡарамағына алды.

Ултырыш барышында БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурованың сығышы тыңланылды. Ул республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы законды тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне.

– Медицина терминологияһын тәржемә итеү ҡатмарлыраҡ, сөнки яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы менән бер рәттән, уларҙың дауахана пациенттары өсөн аңлайышлы булыуы ла мөһим, – тип билдәләне Гөлнара Фаат ҡыҙы.

Бығаса тармаҡта алтаҡталарҙы һәм башҡа яҙмаларҙы тәржемә итеү өсөн “Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге” ҡулланылған, ә бына күптән түгел БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының башланғысы менән кәрәкле һүҙбәйләнештәр башҡорт теленә тәржемә ителгән әҙер белешмә нәшер ителгән. Ул, әлбиттә, ҡулланыу өсөн күпкә уңайлы. Әйткәндәй, Урал Таһир улы башҡа министрлыҡ һәм ведомстволарға ла ошондай белешмә булдырыу тураһында уйларға ҡушты.

Артабан Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Игдиев биләмәлә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика законын тормошҡа ашырыуҙың нисек алып барылыуы тураһында бәйән итте. Илнур Вилмер улы районда башҡорт телен уҡытыу, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән тәьмин ителеш тураһында ла мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты, кадрҙар йәһәтенән ҡытлыҡ булмауын билдәләне. Алтаҡталарҙың, бланктарҙың, рәсми яҙыуҙарҙың тәржемәләрен "БашТәржемә" автоматлаштырылған системаһында эшләтеп алыуҙарын, был системаның уңайлы булыуын әйтте.

БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов республика биләмәһендә эшмәкәрлек иткән маркетплейстарҙың сауҙа нөктәләренең алтаҡталарында дәүләт телдәрен ҡулланыу мәсьәләһе хаҡында һөйләне. Әлегә был йәһәттән эшләргә лә эшләргә кәрәк, сөнки был сауҙа нөктәләренең күбеһендәгә алтаҡталар бары тик рус телендә генә эшләнгән.

БР транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков Өфө тимер юл вокзалында ни өсөн иғландарҙың башҡорт телендә әйтелмәүенә аңлатма бирҙе. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия тарафынан күптән күтәрелеп килә, әммә тимер юл вокзалы етәкселеге, үҙҙәренең федераль ҡарамаҡтағы ойошма булыуына баҫып яһап, мәсьәләне хәл итеүҙән ситләшә. Урал Таһир улы был йәһәттән күрше Татарстандағы тимер юл вокзалында хәл-тороштоң бөтөнләй икенсе төрлө булыуын, унда иғландарҙың республиканың ике дә!үләт телендә иғлан ителеүен миҫалға килтерҙе. Был мәсьәлә буйынса ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопованан Татарстан тәжрибәһен ныҡлы өйрәнеп, Башҡортостан Башлығы исеменә рәсми хат әҙерләүҙе һораны.

Дөйөм алғанда, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы эшлекле шарттарҙа үтте. Комиссия рәйесе һәр йүнәлеш буйынса эштәрҙе тағы ла йәнләндерергә, эш төркөмдәре булдырып, даими рәүештә осрашып һөйләшергә, аныҡ йүнәлештәр билдәләп, һөҙөмтәле эшләргә ҡушты.

Юлай Кәримов фотолары. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Комиссия эшләй, әммә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас