Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ассамблеяһы рәйесе, филология фәндәре докторы Фәнзил Санъяров Ханты-Манси автономиялы округының баш ҡалаһы Ханты-Мансийск ҡалаһында ойошторолған “Рәсәйҙә аҫаба халыҡтарҙың телдәре йылы” халыҡ-ара форумында ҡатнашҡан.
“Ил кимәлендәге сараларҙа ҡатнашыу күп нәмәгә күҙҙе аса, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамай, бай тәжрибә тупларға ярҙам итә”, – тине Фәнзил Бүләк улы. Бындай мәртәбәле сараны Өфөлә лә үткәрергә мөмкин, тигән фекерҙә ул.