...Өйөңдә һине аңламайҙар, мәктәптә лә бер кемдең һиндә ҡайғыһы юҡ. Ҡайҙа бәрелеп һуғылырға белмәй йөҙәгән, ярҙамға, йылы һүҙгә, дөрөҫ кәңәшкә һыуһаған үҫмерҙәр эргә-тирәбеҙҙә күпме икән? 16 йәшлек Әлиәнең яҙмышын башҡаларға ҡабатларға, ул күргән мәхшәр, рәнйетеү, кәмһетеүҙәрҙе күрергә Хоҙай ҡушмаһын.
Атаһының төрмәлә икәнен ҡыҙ башҡаларҙан ишетеп, яҙа-йоҙа ғына белә. Әсәһенең һылыу, яҡты йөҙөн, яғымлы ҡарашын хәтерләмәй ҙә, сөнки уның күптән инде айнығаны юҡ, ҡыҙ менән әсәнең бергәләп серләшеп, кәңәшләшеп үткәргән көндәре артта ҡалған. Әлиә лә, үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, әсәһенең насар ғәҙәттәрен тиҙ үҙләштерә, тәмәке көйрәтеү, “йәшел йылан” менән дуҫлашыу өсөн институт бөтөү кәрәкмәй бит.
Ә бына әсәһе фатирҙа янғын сығарып, бер нәмәһеҙ тороп ҡалғас, йәшәү өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш башлана. Әсә кешенең эшкә урынлашырға уйы ла, хәле лә юҡ. Өс тапҡыр суд ултырышы үткәндән һуң, ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Шулай итеп, Әлиә көньяҡ район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Мәләүез районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенең социаль реабилитация төркөмөнә килеп эләгә.
– Йыл ярым инде ул беҙҙә тәрбиәләнә, – ти төркөмдөң өлкән тәрбиәсеһе Альбина Төхфәтуллина. – Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, балалар өсөн шарттар беҙҙә бик яҡшы, көнөнә алты тапҡыр туҡландырыу ойошторола, буш ваҡыттары йөкмәткеле, файҙалы үтә, ял, йоҡо, уйын бүлмәләре йыһазландырылған, медицина кабинеты, изолятор, санитария-гигиена уңайлыҡтары – барыһы ла бар.
Әлиә лә күҙгә күренеп үҙгәрҙе, насар ғәҙәттәренән арынды, күңеле тыныслана төштө, уҡыуы яҡшырҙы. Ҡыҙҙы опекаға алырға теләүсе ғаилә лә бар, барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Социаль реабилитация төркөмөнөң бөтә эшмәкәрлеге – ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балаларҙы үҙ ҡосағына алып, уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау. Дүрт йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған, дәүләт тарафынан ашығыс социаль ярҙамға мохтаж тиҫтәгә яҡын бала тәрбиәләнә бында. Алты ай үткәндән һуң кескәйҙәр, үҙҙәренең хаталарын аңлап, ваҡытында төҙәтергә тырышҡан ата-әсәһенә ҡайтарыла йә иһә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәгәндә өлкәндәр ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙең тормошон уңайлы, хәүефһеҙ ойоштороу маҡсатында башҡарылған эштәр ҡолас еткеһеҙ. Ата-әсә бирмәгән йылылыҡты, һөйөүҙе, зауыҡлы көнкүреш шарттарын булдырыуҙы дәүләт үҙ өҫтөнә алған. Былтыр, мәҫәлән, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн янғын сигнализацияһына капиталь ремонт үткәрелгән, “хәүеф төймәһе” бар. Йылылыҡ системаһы алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, йыл да ағымдағы косметик ремонт яһала.
Тиҫтерҙәренән билдәле сәбәптәр арҡаһында арттараҡ ҡалған, тыуғандан алып яҡшы тормош күрмәгән балалар менән әхлаҡи, хеҙмәт, физик тәрбиә эше даими алып барыла.
– Ваҡыт үтеү менән тәүҙә бөтә донъяға битараф кеүек тойолған, йомоҡ балалар ҙа асылып китә. Конкурстар, ҡул эштәре, һүрәттәр күргәҙмәләре һәм күңелле ял сараларында улар нимәгә һәләтле булыуҙарын күрһәтә, берҙәмлек, дуҫлыҡ төшөнсәләре ҡиммәтен баһаларға өйрәнә. Ғаиләлә ата-әсә менән бала араһында тыуған аңлашылмаусылыҡ, низағ һөҙөмтәһендә беҙгә килеп юлыҡҡан үҫмерҙәр ҙә бар. Әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү, иң яҡын кешеләр күңелендәге нескә ептәрҙе бәйләү өсөн барыбыҙға ла ҙур көс һалырға тура килә, – ти Альбина Фәйзулла ҡыҙы.
Ермолаевкалағы приют аша 16 йыл эсендә ауыр тормош хәленә юлыҡҡан 609 бала үткән. Көйөргәҙе, Федоровка, Мәләүез райондары, Күмертау, Мәләүез, Ишембай, Салауат ҡалаларынан социаль реабилитацияға килеп эләккән балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, йылы, уңайлы мөхит булдырыу, психологик, педагогик ярҙам күрһәтеү, үҙ ғаиләләренә ҡайтарыуға булышлыҡ итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған тәрбиәселәргә ихтирам һәм хөрмәттән башҡа һүҙ юҡ.