Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Апрель 2019, 15:56

Яңыса уҡытыу форматы көсөргәнеште кәметәсәк

Бушап ҡалған һәр шәмбене файҙалы уҙғарыу кәрәклегенә баҫым яһалды

Бушап ҡалған һәр шәмбене файҙалы уҙғарыу кәрәклегенә баҫым яһалды.


Әҙәм балаһын оло тормош юлына сығарыуҙа, хатта шәхес тәрбиәләүҙә бер-береһенән айырылғыһыҙ камил өсмөйөштөң – ғаиләнең, балалар баҡсаһының һәм, әлбиттә, мәктәптең роле баһалап бөткөһөҙ. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тибеҙ. Бала бәләкәйҙән ғаиләлә үҙ күҙҙәре менән күреп, күңеленә һеңдереп үҫкәндең бөтәһен дә тормошона күсерә, бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәйешен шул йүнәлешкә көйләй. Тулы ғаиләлә күркәм тәрбиә алғандарҙың артабан етеш йәшәүенә, бәхетле яҙмышына нисек һоҡланмаҫҡа!


Иң мөһиме – һөҙөмтә


Саҡ ҡына үҫә төшкәс, бәләкәстең балалар баҡсаһына барырға ваҡыты етә. Кескәйҙәр бында ете йәшкә хәтлем йөрөй, иң күбе унда үткәргән биш йыл эсендә уҡырға, яҙырға, хәреф танырға өйрәнә. Унан инде күңелле һәм оҙайлы мәктәп тормошо башлана. Тотош 11 йыл! Әле реформаға тиклем йәки 10 йыл уҡыу беҙҙең өсөн бик оҙаҡ тойолдо. Төшкә тиклем – дәрес, ә унан һуң оҙайтылған көн төркөмөнә ҡалдыҡ. Кем әйтмешләй, өйгә йоҡларға ғына ҡайттыҡ. Буш ваҡыт әҙ генә ҡала торғайны, шул йәкшәмбе көн генә инде, уныһы ла бик тиҙ үтә лә китә.


Мәктәп тигәндән, “Торатау” конгресс-холында “Взлетай” (“Ос”) мәктәп белеменең беренсе форумы ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.


– Шулай итеп, нимә тәҡдим итәбеҙ, бәлки, республикабыҙҙа аҙнаһына биш көн уҡытыуға күсергә ваҡыттыр? – тигәйне унда республика етәксеһе Р. Хәбиров, педагогтарға мөрәжәғәт итеп. – Ни өсөн был тәҡдим барлыҡҡа килде? Бөгөн ғәзиз кешебеҙҙе, мәктәп уҡыусыһын нисек күҙ алдына килтерәбеҙ? Ул – арыған һәм талсыҡҡан бала, аҙнаһына алты көн буйына уға белем бирергә ынтылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле сығыуын теләйбеҙ. Шуның өсөн дә биш көнлөк уҡытыуға күсеүҙе индерергә уйлайбыҙ.


Бының өсөн нимәгә төп баҫым яһаласаҡ? Шулай итеп, 32 шәмбе бушап ҡала. Айына бер шәмбе күҙ уңында тотола, тимәк, шуның һигеҙ көнө мәктәптә ҡала. Шартлы алғанда, уның айҙың беренсе йәки һуңғы шәмбеһе булыуы ла ихтимал. Уның ҡарауы, ул бик һөҙөмтәле үтергә тейеш.


Берҙәм мәктәп йәмғиәте кәрәк


Ирекһеҙҙән уҡыу аҙнаһының һуңғы көнө иҫкә төштө, уны дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ. Ҡайһы саҡта, улай ҙа булғылай торғайны, дәрестәр традицион 45 минут урынына – 35, хатта 30 минутҡа хәтлем ҡыҫҡартылды. Үҙенә күрә сәбәбе лә бар, сөнки саңғы буйынса мәктәп беренселеге ойоштороласаҡ. Һәр кемдең күҙҙәрендә осҡон балҡый, алдынғылыҡты нисек итеп бирмәү тураһында һәр кем эстән план төҙөй, был хаҡта хыяллана. Хәйер, алдан уҡ саңғыларҙың ҡайышын рәтләп, таяҡтар хәстәрләп, ҡыҫҡаһы, бәйгегә төплө әҙерләндек. Иң ҡыҙығы, дәрестән һуң башланасаҡ ул. Спорт ярыштарының төп эшебеҙ – белем эстәүҙән һуң үткәрелеүе хәҙер инде мәрәкә тойола, уға махсус бер көн тәғәйенләнеүе тураһында уйларға ла кәрәкмәй.


Радий Фәрит улы билдәләүенсә, әйтәйек, сентябрҙең беренсе шәмбеһе – мәктәп спартакиадаһына бағышланырға мөмкин. Бәләкәстәрҙән алып өлкән кластағыларға тиклем кросс йүгерһәләр, насар түгел дә! Спорт сараларында ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙҙәрен берҙәм команда итеп тойһон ине. Улар 300-500 метр арауыҡты күмәкләшеп йүгереп үтһен, һәр хәлдә, кем күпме булдыра ала. Һәммәһе лә старт һыҙығына бергә баҫһын һәм шулай уҡ бергәләшеп финиш таҫмаһын киҫеп үтһен. Әгәр ҙә инде I класс уҡыусыһы яңылыш ергә ҡолаһа, өлкән кластағы берәү уны күтәреп торғоҙһон да икәүләшеп йүгереүҙе артабан дауам итһен. Берҙәм мәктәп йәмғиәтен тыуҙырған осраҡта ғына күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкин.


Мәсьәләгә мөмкин тиклем яҡыныраҡ килеү ниәтендә Мөслимдең һөйләгәндәре менән уртаҡлашмаҡсымын. Башланғыс кластарҙы иҫәпкә алмағанда, ул һәр ваҡыт аҙнаһына биш көн уҡыған. Егәрле яйын табыр, ялҡау сәбәп эҙләр, тиҙәр. Уҡы­тыусылар шәмбе көндәрен гел ниндәйҙер сара менән бәйләгән. Волейбол, футбол, баскетбол ише спорт ярыштары, концерт, спектакль кеүек мәҙәни кисәләр, күренекле шәхестәр менән осрашыу, Яңы йыл байрамы, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 1 Май – Халыҡ-ара теләктәшлек көнө, 9 Май – Еңеү байрамы һымаҡ иҫтәлекле байрамдар һәм башҡа саралар – шуға асыҡ миҫал. Егет булараҡ, шәмбе ойошторолған “Зарница” уйыны хәтеренә тәрән уйылған.


– Әрмегә әҙерлек уйыны “Зарница”ны һәр саҡ көтөп алдыҡ, ә уға нисек йыйынғанды белһәгеҙ икән, – ти танышым. – Хәрби сара йыл да яҙғыһын Осорма тауында үтте, алдан унда барып та урай инек хатта. Һалдат кейемен тегеүгә ваҡытты күп бүлдек, әсәйҙең кәңәшенән тыш күңелле мәшәҡәткә тотонманыҡ. Ә инде мылтыҡ эшләүҙә атайҙың ярҙамына мохтаж инек. Нисектер ул көн һәр саҡ аяҙ була торғайны. “Зарница”ны ғына алғанда, әгәр ҙә аҙнаһына алты көн уҡыһаҡ, ҡайһылай күркәм байрамда ҡатнашыуҙан мәхрүм булыр инек. Дәрестәрҙән һуң үткәрелә тип ҡараһаҡ та, моғайын да, ул ярым-ярты сара ғына булыр ине. Уның тотош көн һуҙымында уҙыуына ни етә!


Республика етәксеһе иһә киләһе шәмбене түбәндәгесә күҙ алдына баҫтырҙы – ул тыуған яҡты өйрәнеүгә арналһын. Арҙаҡлы шәхестәрҙе, мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлағандарҙы, яҡташтарҙы саҡырып, йәнле кисәләр ойоштороуҙы бер нәмә лә алмаштыра алмай.


Көсөргәнеш кәмейәсәк


Башҡортостан – милләт-ара дуҫлыҡ тәңгәлендә күптәргә өлгө. Өсөнсө шәмбелә республикабыҙҙа ғүмер кисергән халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнеү отошло алымдарҙың береһе буласаҡ. Хатта уны бүтәнсәрәк итеп, дөрөҫөрәге, өҫтәл янында уҙғарырға ла мөмкин. Һәр хәлдә бушап ҡалған һәр шәмбене файҙалы үткәреү кәрәклегенә айырыуса баҫым яһаны төбәк башлығы.


– Биш көн уҡытыуға күскәндә, уның бөтә нескәлектәрен Мәғариф министрлығы менән берлектә энәһенән-ебенә хәтлем өйрәндек, уҡытыусыларға ул кире яҡтан бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк, – тип ышандырҙы Радий Хәбиров.


Күптән түгел республикабыҙҙың көнбайыш тарафтарында командировкала булдыҡ. Шаран районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ринат Закировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәк мәктәптәре аҙнаһына биш көн уҡыуға күскәндәренә инде өс йыл үткән.


– Эш алымы үҙен тулыһынса аҡланы, уҡыусы балаларға ла, уҡытыусыларға ла бөтә эштәрен алдан планлаштырырға хәҙер мөмкинлектәр бар, ҡыҫҡаһы, көсөргәнеште кәметте, – тине Ринат Өлфәт улы.


Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа балаларҙың аҙнаһына ике тапҡыр ял итеүен хуплай. Беренсенән, киләһе уҡыу көндәренә ныҡлап әҙерләнеү өсөн ваҡыт ҡала, икенсенән, ауылда хужалыҡ эштәрен балаларҙан тыш алып барыу ныҡ ауырға төшә өлкәндәргә. Бынан тыш, сәләмәтлек, ашауға һәм юлға киткән сығымдар, программанан артта ҡалғанда өҫтәмә ҡабатлау, шәмбе-йәкшәмбене мәҙәни ялға бағышлау тураһында уйлана өлкәндәр. Аҙнаһына биш көн уҡыуҙың ыңғай яҡтары бихисап. Баланың буш ваҡытын яҡындары менән бергә үткәреүенә кем ҡаршы?


Шул уҡ ваҡытта ниндәй ата-әсә ғәзиз кешеһенең белемле булыуын теләмәй?! Ә уның өсөн ҡайһы берәүҙәр ул һәм ҡыҙҙарының мәктәптә күберәк булыуына һис тә ҡаршы түгел.


Зәйнура САБИРОВА,

Асҡын районы Асҡын ауылының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы:

– Ата-әсәһенән ҡала балаларҙың хәл-торошон уҡытыусылар бик яҡшы аңлай, күңелдәре күтәренкеме, ниндәй план менән йәшәйҙәр һәм башҡалар. Аҙаҡҡы дәрестәрҙә, айырыуса аҙнаның һуңғы уҡыу көнөндә ҡыҙ һәм малайҙарҙың кәйефе уларҙың йөҙөндә тулыһынса сағыла. Арыған улар, иғтибарҙарын туплап була, әммә еңелдән түгел. Шуға күрә лә аҙнаһына бишәр көн уҡытыуға күсеүҙе тулыһынса хуплайым.


Зилә ӘБХӘЛИМОВА,

Күмертау политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Үҙемдең ҡыҙымдан сығып әйтәм, балам менән мөмкин тиклем күберәк ваҡытты үткәрһәң ине, тип ныҡ хыяллана торғайным элек. Юғиһә мин көн буйы эштә, ул да йәкшәмбе генә ял итә. Ҡалала йәшәгәс, ял урындары бихисап.

Ғөмүмән, гимназия-интернат, лицей-интернат балаларына тап шәмбе көнөндә төрлө саралар ойоштороу йәһәтенән бик тә отошло.
Читайте нас: