“Мәғариф сәғәте” барышында Радий Хәбиров ошондай күрһәтмә бирҙе. Быйыл Стәрлебаштағы сығарылыш класы уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙҙәренең мәктәбендә тапшырасаҡ.
Кәңәшмәлә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек, былтырғы кампания барышындағы ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында хәбәр итте. Әйткәндәй, былтыр иң ҙур етешһеҙлек Стәрлебаш районында теркәлгәйне. Һигеҙ уҡыусының имтихан һөҙөмтәләре иҫәпкә алынманы, быйылға иһә имтихан алыу пункты ябылды.
Сығарылыш кластары һынауҙы күрше Федоровка районында тоторға тейеш ине. Республика етәксеһе был хәл менән килешмәне.
– Өлкәндәрҙең хатаһы өсөн балаларҙы хөкөм итмәйек. Имтихан биреү былай ҙа ҙур көсөргәнеш. Уны таныш хәл-шартттарҙа тапшырыу яҡшы, – тине ул.
Радий Хәбиров эштең айышына төшөнөү һәм мәсьәләне хәл итеү алымын табыу өсөн районға республика Башлығы Хакимиәт хеҙмәткәрен ебәрҙе.
– Кадрҙарға бәйле сара күрегеҙ, кәрәк икән – өлкәндәргә яза бирегеҙ, тик балаларҙы үҙ районында ҡалдырығыҙ, – тине төбәк етәксеһе.