“Өҫтөндәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең,
Түшендәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”
Ошо һорауға яуап эҙләне Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
Ҡыҙ-малайҙар янына милли кейемдә, биҙәүестәр тағып, сулпыларын сылтыратып ауылдың ағинәйҙәре килде. Кескәйҙәргә улар башҡорт милли кейеме һәм ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеү әйберҙәре хаҡында һөйләне, үҙҙәре теккән кейем өлгөләрен, ҡашмау, селтәр һәм хәситәләрен күрһәтте.
Сәрүәр Ниғмәтуллина, Мәрйәм Дауытбаева, Зәкиә Ғүмәрова, Мөнирә Хәлитовалар биҙәүестәрҙе эшләү сере менән дә уртаҡлашты. Балалар инәйҙәрҙең һөйләгәндәрен ҙур ихласлыҡ менән тыңланы, улар кейгән ҡашмау-селтәрҙәрҙе тотоп ҡараны. Гөлсөм Ғәбиҙуллина йәш дуҫтарына селтәргә мәрйендәрҙе нисек тегеүҙе күрһәтһә, Тәслимә Әхмәтова милли кейемдә башҡорт халыҡ бейеүен башҡарҙы.
Кескәйҙәр үҙҙәре лә ҡунаҡтарҙы бик матур концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө. Быуындар күсәгилешлеген дауам иткән бындай осрашыуҙарҙы киләсәктә лә үткәреү мөһим, ти Ҡуянтау ағинәйҙәре.