БДМУ-ға Вена университеты вәкилдәре килеп, студенттарға лекциялар үткәрҙе, оҫталыҡ кластары күрһәтте.
Сәфәр барышында ике юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. БДМУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документҡа ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм проекттар булдырыласаҡ, ғилми-белем биреү симпозиумдары, конференциялар, форумдар ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ студенттар, ординаторҙар, аспиранттар, табиптар менән алмашыу программаһын төҙөп тормошҡа ашырыу ҡаралған.
“Беҙҙә Австрия медицина учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе бар. Хәҙер БДМУ-ла белем алғандар һәм эшләп йөрөгән табиптар Вена университетының медицина факультетында уҡыу үтә аласаҡ. Был, әлбиттә, республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағына яңы һулыш бирәсәк, заманса тәжрибә өлгөләре индереүгә булышлыҡ ҡыласаҡ”, – тине университет ректоры Валентин Павлов.