Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Апрель 2019, 23:04

Йөрәктәргә осҡон һала "Осҡон"

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Осҡон” мәғариф форумы бара. Сара 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Сара баш ҡалалағы милли мәктәптәрҙең иң әүҙем, һәләтле уҡыусыларын берләштерә.

Фото: Гүзәл Бикмәтова.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Осҡон” мәғариф форумы бара. Сара 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Сара баш ҡалалағы милли мәктәптәрҙең иң әүҙем, һәләтле уҡыусыларын берләштерә.


Тәүге кѳндә форумға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова килде. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы, эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.


Зариф Байғусҡаровтың туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләһенә арналған сығышы айырыуса фәһемле булды. “Туған телгә һөйөү тәү сиратта ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Балаһына башҡорт телен өйрәткән кеше генә үҙен ысын башҡорт тип һанай ала”, – тине ул.


Форумдың программаһы бик бай. Уға ярашлы “Беренсе Республика” нәфис фильмын төшөрѳүҙә ҡатнашҡан ижади төркөм менән осрашыу, “Быуаттар аша атлай йөҙйәшәр Башҡортостан” темаһына асыҡ дәрестәр, Өфө ҡалаһының милли мәктәптәре уҡыусылары араһында “Урал батыр вариҫтары” спартакиадаһын үткәреү ҡаралған.