“Тормошто гуманитарийҙар алға этәрә”, – ти Гөлфирә Абдуллина.
Календарҙа – апрель. Тәбиғәт менән бергә күңелдәр ҙә елкенгән, ҡайҙалыр ашҡынған кеүек. Кемдер алда торған йылы йәй миҙгелен, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеген көтөүҙән кинәнес кисерәлер. Ә бына сығарылыш класы уҡыусылары, уларҙың ата-әсәһе, уҡытыусылары һәм, әлбиттә, яңы уҡыу йылына төплө белемле, алдынғы ҡарашлы студенттар туплау уйы менән янған юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн ял ҡайғыһы юҡ. Улар иң ҡыҙыу, ҡатмарлы һәм яуаплы осорға аяҡ баҫты. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә АБДУЛЛИНА менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.
– Гөлфирә Риф ҡыҙы, бөгөн башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты нисек йәшәй? Үҙ эшмәкәрлегендә ниндәй ҡиммәттәргә таяна, маҡсаттарға ынтыла?
– Бай тарихлы данлы факультеттың эшмәкәрлеген лайыҡлы дауам итергә, замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Уҡыу йорттарында бюджет урындарының кәмеүенә ҡарамаҫтан, төплө белемгә эйә абитуриенттар йәлеп итеү, уларға заман талаптарына ярашлы һөнәр биреү өсөн мөмкинлектәр булдырыу уйы менән янабыҙ.
Бюджет урындарына бәйле беҙгә Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан контроль һандар бүленә. Әлеге көндә иң ауыртҡан “еребеҙ”, йәғни көнүҙәк мәсьәлә – шул һандарҙың ҡырҡа кәмеүе. Элек, мәҫәлән, һәр төркөм 25 бюджет урынынан хасил булһа, әлеге көндә беҙҙең төркөмдәрҙә ете-һигеҙ студент иҫәпләнә, йәғни шул күләмдә бюджет урыны бүленә. Был проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ.
Әлбиттә, республикабыҙ етәкселегенә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ярҙамы менән башҡорт филологияһы бүлегендә бюджет урындарын арттырыу хаҡында һүҙ алып барыла. Шуныһы ҡыуандыра: етәкселек мәсьәләгә аңлап ҡарай, әлеге ваҡытта маҡсатлы йүнәлтмә нигеҙендә өҫтәмә бюджет урындары булдырыу мөмкинлеге ҡарала. Әммә был еңел эш түгел, сөнки, әйтеп үтеүемсә, юғары уҡыу йорттары Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығына буйһона, һәм һәр ғәмәлебеҙ улар менән килешеп башҡарылырға тейеш.
Бөгөн башҡорт филологияһы факультетына уҡырға килмәйҙәр тигән хата ҡараш йәшәй. Был һис тә улай түгел. Беҙгә уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙың белем кимәлен насар тип баһаламаҫ инем. Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйған йәштәр килә.
– Тимәк, бюджет урындары булһа, һеҙҙең факультеттың төркөмдәренә ете-һигеҙ генә түгел, бәлки, 18, хатта элеккесә 25 студент йыйыу ҙа мөмкин булыр ине...
– Әлбиттә, мөмкин. Заман талаптарын иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа студенттарҙы ике йүнәлештә уҡытыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Был элек тә булды, йәғни башҡорт һәм рус телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса белгестәр әҙерләнде. Киләсәктә башҡорт теле менән бергә ҡытай, ғәрәп телдәрен өйрәнеүгә баҫым яһарға уйлайбыҙ.
Тағы ла бер яңылыҡты еткерергә теләйем: быйыл 1 сентябрҙән факультет үҙенең исемен үҙгәртәсәк һәм “Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты” тип аталасаҡ. Башланғыс Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы тарафынан хупланды. Ни өсөн шулай эшләндеме? Быға тиклем факультеттың исемендә ике генә йүнәлеш сағылыш тапты – башҡорт филологияһы һәм журналистика. Әлеге көндә беҙ алып барған эшмәкәрлек бик киң: факультетта дүрт йүнәлеш – филология, журналистика, шәрҡиәт һәм африканистика, педагогик белем биреү буйынса белгестәр әҙерләнә.
– Уларҙың һәр береһе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, таныштырып үтергә кәрәктер...
– Филология үҙ эсенә биш бәләкәй йүнәлеште берләштерә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән рус теле һәм әҙәбиәте, беҙ уны ҡыҫҡартып, элек-электән башҡорт-рус төркөмө тип атайбыҙ; икенсеһе – башҡорт теле һәм сит телдәр, бында башлыса инглиз теле күҙ уңында тотола; башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм тәржемә бүлеге; эске туризмды филологик йәһәттән тәьмин итеү, йәғни Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, ерле топонимиканы яҡшы белгән туризм белгестәре һәм гидтар әҙерләү; бишенсеһе – киң мәғлүмәт сараларын филологик йәһәттән тәьмин итеү. Һуңғыһы милли журналистика өсөн кадрҙар әҙерләүҙе күҙ уңында тота һәм был йүнәлештә студенттар ҡабул итеүҙе быйылдан башларға уйлап торабыҙ. Тик, һәр яңы эш кеүек, ул тәүҙә түләүле нигеҙҙә буласаҡ, әгәр артабан ошо юҫыҡта белгестәр әҙерләүгә ихтыяж барлығын, уның перспективалы булыуын раҫлай алһаҡ, киләсәктә бюджет урындары асыуға ла өмөт бар.
– Һуңғы йүнәлеш хаҡында асыҡлабыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине. Ундай башланғысҡа ихтыяж бармы? Факультетта айырым журналистика бүлеге эшләп килә...
– Ысынлап та, шундай һорау тыуыуы ихтимал. Әммә бөгөн журналистика бүлегенә бер бюджет урыны ла бүленмәй, йәғни унда студенттарҙы тулыһынса коммерция нигеҙендә ҡабул итергә мәжбүрбеҙ. Элек башҡорт, татар, рус телле журналистика өсөн кадрҙар әҙерләгән бүлексәләр эшләп килде, ә хәҙер ундай мөмкинлектән мәхрүмбеҙ. Был бүлеккә ҡайҙан ғына уҡырға килмәйҙәр, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан студенттар бар. Әйтергә кәрәк, ҡабул итеү коммерция нигеҙендә ойошторолһа ла, конкурс ҙур ғына. Әммә бындай шарттарҙа милли журналистика өсөн кадрҙар әҙерләү мөмкинлеге сикләнә. Беҙ шул бушлыҡты нисек тә булһа тултырыу маҡсатында филология бүлегендә яңы йүнәлеш асып, киләсәктә бюджет урындары булдырыу уйы менән янабыҙ.
Журналистика бүлегенең магистратураһы хаҡында ла айырым әйтеп үткем килә. Бөгөн унда уҡырға инергә теләүселәр күп кенә. Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡа юғары уҡыу йорттарында бакалавриат дипломына эйә булғандар байтаҡ килә – нефть, аграр, хатта медицина университетын тамамлап, журналистика буйынса магистратураға уҡырға ингәндәр бар.
– Яңынан һеҙ һанап үткән йүнәлештәрҙе барлауҙы дауам итеп, тәржемәселәр әҙерләүгә туҡталайыҡ. Уларға ихтыяж ҙурмы?
– Бөгөн республика ведомстволарында, ҡала һәм район хакимиәттәрендә башҡорт һәм рус телдәрен берҙәй яҡшы кимәлдә белгән, рәсми документтар менән эш итә алған белгестәр юҡ кимәлендә. Мәҫәлән, ябай ғына алтаҡталарҙағы тупаҫ хаталар ҙа ошо хаҡта һөйләй бит. Быйыл тәржемә бүлегенең беренсе сығарылыш төркөмөн дипломлы белгестәр итеп оҙатабыҙ. Улар уҡыу барышында республиканың власть органдарында, урындағы хакимиәттәрҙә, редакцияларҙа практика үтте. Ике сығарылыш студентын шунда уҡ эшкә алдылар. Киләсәктә был йүнәлешкә иғтибарҙы арттырырға иҫәп тотабыҙ, сөнки, үрҙә әйтеп үтеүемсә, белгестәргә ихтыяж бар. Өҫтәүенә улар, тәржемәсе һөнәренән тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып та эшләй ала.
– Факультеттың исеменә “шәрҡиәт” һүҙе өҫтәләсәк тип әйтеп үттегеҙ, тимәк, был йүнәлеш һеҙҙә ныҡлы үҫешә...
– Ысынлап та, шулай. Шәрҡиәт һәм африканистика йүнәлешенең эшмәкәрлеген шәрҡиәт һәм башҡорт теле кафедраһы ғәмәлгә ашыра. Әйтергә кәрәк, беҙҙең университет был йүнәлештә бик киң даирәлә эшләгән уҡыу йорттарынан һанала. Факультетта биш көнсығыш теле өйрәтелә: ҡытай, корея, ғәрәп, фарсы һәм төрөк. Йыл һайын кәмендә ике тел төркөмө йыйыла һәм студенттарға теләк буйынса әлеге телдәрҙе өйрәнеү, йәғни һайлау мөмкинлеге бирелә. Ҡытай телен өйрәнергә теләгәндәр бик күп. Был бүлектә уҡыған студенттар мотлаҡ ике көнсығыш телен һәм башҡорт телен өйрәнә.
Шәрҡиәт һәм африканистика бүлегенә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән уҡырға киләләр. Быйыл ошо йүнәлештә магистратура асыуға өлгәштек, бындай йүнәлешле магистратура Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Екатеринбург ҡалаларында ғына бар. Был беҙҙә эшләгән кадрҙарҙың, йәғни тел белгестәренең юғары кимәле хаҡында һөйләй.
– Әйткәндәй, тап шул кадрҙар тураһында һорау бирергә теләгәйнем. Ул тиклем телдәрҙе кемдәр өйрәтә? Белгестәрҙе ҡайҙан йәлеп итәһегеҙ?
– Һәр телде тап шул телдә һөйләшкән кешенең уҡытыуы яҡлыбыҙ. Мәҫәлән, кафедра штатында дүрт ҡытай бар, улар ҡытай телен өйрәтә. Корея, фарсы телдәре менән дә шулай. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең белгестәр, мәҫәлән, башҡорт милләтле ҡытай, ғәрәп, төрөк теле белгестәре бар. Улар инде саҡ ҡына икенсерәк алымдарға, башҡасараҡ методикаға таяна, сөнки, башҡа милләт кешеһе булараҡ, сит телде үҙләштереү нескәлектәрен үҙ миҫалында татып белә. Һөҙөмтәлә бер-береһен тулыландырған тел уҡытыу системаһы барлыҡҡа килә.
Ғәрәп һәм төрөк телдәрен өйрәтеү өсөн йыл һайын ғәрәп илдәренән һәм Төркиәнән белгестәр саҡырабыҙ. Мәскәү вуздары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, уларҙағы тел белгестәре килеп лекциялар уҡый.
Ошо бүлектә уҡығандар, ғөмүмән, барлыҡ факультет студенттары Ҡытайға ярты-бер йыллыҡ бушлай уҡыуға юллана ала. Улар юл хаҡын ғына үҙҙәре түләй, ә йәшәү, уҡыу сығымдары – Ҡытай Республикаһы иҫәбенә. Был осорҙа студенттың бындағы уҡыуы ла юғалмай, ҡайтҡас, сессияһын тапшырып, киләһе курсҡа күсә. Төрөк һәм фарсы телдәрен уҡытыуға ла иғтибар көслө. Ошо телдәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йыл һайын ҡатнашып торабыҙ.
Университеттың “Икеләтә диплом” тигән программаһы бар, яҡын киләсәктә ошо башланғысҡа ҡушылырға уйыбыҙ бар. Уның асылы ике йыл үҙебеҙҙә бакалавр белеме алып, ике йыл сит ил вузында уҡыуға һәм бер юлы ике юғары белем тураһында дипломға эйә булыуға ҡоролған. Әлеге ваҡытта беҙҙең университет Франция һәм Ҡытай менән ошо юҫыҡта әүҙем эшләй.
Тағы ла шуны билдәләгем килә: һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты төрлө йүнәлештәр буйынса Рәсәй уҡыу йорттары рейтингында алдынғылар рәтендә килә, халыҡ-ара кимәлгә лә сыҡтыҡ. Был беҙҙең өсөн дипломға Европа ҡушымтаһы биреү мөмкинлеген булдырҙы. Ул документ йәш белгескә Европа илдәрендә эшкә урынлашыуға, артабан уҡыуын дауам итеүгә юл аса. Әлегә республикала беҙҙең университет ҡына бындай ҡушымтаны тапшырыу хоҡуғына эйә.
– Абитуриенттарҙы тағы нимәләр менән ылыҡтыра алаһығыҙ?
– Беҙҙә студенттарҙың буш ваҡытын ҡыҙыҡлы уҙғарыу бик матур ойошторолған. Тотош университет күләмендә көслө генә секциялар бар, факультетта түңәрәктәр эшләй. Шулар араһынан “Осҡон” драма түңәрәген билдәләгем килә. Киләсәктә “Шоңҡар”ға иғтибарҙы арттырырға уйлап торабыҙ, әле йәш ижадсыларҙың шиғырҙарын туплап, китап итеп сығарырға әҙерләнек. Йыл һайын шаулап-гөрләп үткән “Студент яҙы” фестивалендә лә беҙҙең факультет студенттары – иң әүҙем ҡатнашыусылар, быйыл университет кимәлендә икенсе урынды яуланыҡ. Уҡыуҙа, спортта алдынғы студенттар әленән-әле Адлерға, Ҡырымға, үҙебеҙҙәге “Красноусол” шифаханаһына юлламалар менән бүләкләнә. Социаль һәм юғары стипендия алып уҡыу мөмкинлеге киң, айына 15 мең һум стипендия алған студенттар бар.
– Һуңғы осорҙа һеҙҙә өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлегенең әүҙемләшеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ...
– Был йәһәттән факультетыбыҙ университетта иң алдынғыларҙан һанала. Былтыр 28 программа буйынса өҫтәмә белем биреү курстары ойошторҙоҡ. Әлеге тиҙ үҙгәреүсән заманда кисә алған белемең бөгөнгә ярамауы бар, төрлө сәбәптәр арҡаһында эшеңде үҙгәртеүең ихтимал. Шулай уҡ һөнәри стандарттар ҙа дипломдағы йүнәлеш менән башҡарған вазифаңдың ярашлы булыуын талап итә. Тап ошондай осраҡтарҙа әлеге түләүле өҫтәмә белем биреү курстары ярҙамға килә, һәм кеше ҡыҫҡа ваҡыт эсендә икенсе юғары белем тураһында диплом алыу мөмкинлегенә эйә. Был алымды студенттар теләп файҙалана. Мәҫәлән, башҡорт-рус бүлеген тамамлаған студент ҡытай теленән тәржемәсе йәки ғәрәп теле уҡытыусыһы дипломына эйә була ала, әммә был документ төп диплом менән бергә генә ғәмәли көскә эйә.
Шул уҡ ваҡытта квалификацияны камиллаштырыу курстарын ойоштороу эшенә әүҙем тотондоҡ. Факультет киң йүнәлешле, шуға күрә белгестәрҙең һөнәри оҫталығын арттырыу, уларға икенсе юҫыҡта эшләү мөмкинлеге биреү өсөн шарттар етерлек. Мәҫәлән, төрлө сәбәптән эшһеҙ ҡалған, ҡыҫҡартыуға эләккән уҡытыусы йәки тәрбиәсе ошо курстарҙа уҡып, квалификацияһын күтәрә, яңы һөнәргә эйә була ала. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән университеттың сайтында танышырға мөмкин.
– Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы булараҡ, әсә теленең абруйын арттырыу, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙы баһалыраҡ итеү өсөн ниндәй саралар күрелергә тейеш, тип уйлайһығыҙ?
– Ысынлап та, был мәсьәлә хаҡында уйланмау мөмкин түгел, сөнки эшебеҙҙең төп асылы шуға барып тоташа. Иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе башҡорт телен, йәғни республикабыҙҙың дәүләт телен белгән өсөн уҡырға ингәндә өҫтәмә балл ҡушыу булыр ине, тип уйлайым. Был тәҡдим күптән түгел уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ла яңғыраны һәм республика етәкселеге ҡарамағына еткерелде.
Декан вазифаһын башҡарыусы булараҡ, төп маҡсатым – факультетты тиңдәр араһында тиң итеү. Бер кем дә беҙгә “башҡорт филологияһы факультетына нисек тә ярай” тип ҡарарға тейеш түгел. Шәрҡиәт йүнәлешен үҫтереү, төрки донъяһына сығыу ҙа тап ана шул телебеҙҙе киңерәк даирәләрҙә танытыу маҡсатында эшләнә. Беҙ офоҡтарҙы киңәйтеү яҡлы.
– Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн йәмғиәттә тәбиғи-техник йүнәлештәге белемгә өҫтөнлөклө ҡараш йәшәп килә. Уларға бюджет урындары ла күберәк бүленә, һайлау мөмкинлеге лә киңерәк. Был нилектән шулай икән? Бындай ҡараштың киләсәктә кире эҙемтәләре булмаҫмы?
– Бөгөн Рәсәйҙең фәнни даирәһендә “өҫтөнлөклө йүнәлештәр” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде һәм, үкенескә ҡаршы, унда гуманитар фәндәр күҙ уңында тотолмай. Белгестәр күп, ә донъяның алға китешендә, кешелек үҫешендә гуманитар йүнәлештә эшләгәндәрҙең йоғонтоһо бик аҙ, тип аңлаталар. Мин бының менән һис тә килешмәйем. Рухи яҡтан үҫешмәйенсә тороп, ҡоро механизмдарға таянып, донъяны бер нисек тә алға этәреп булмай. Эйе, нанотехнологиялар үҙләштерелергә, йыһан серҙәре өйрәнелергә, яңынан-яңы техник ҡаҙаныштар яуланылырға тейеш. Әммә уларҙы юғары зауыҡҡа, рухи бөтөнлөккә эйә шәхестәр башҡарыуы шарт. Шул саҡта ғына был асыштар кешелек үҫешенә хеҙмәт итәсәк.
– Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яуаплы, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.