Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Апрель 2019, 11:29

"Һеҙ беҙгә бик кәрәк"

Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Студент яҙы-2019” фестиваленең гала-концерты булды.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Студент яҙы-2019” фестиваленең гала-концерты булды.


Был сара республикабыҙҙа 49-сы тапҡыр үткәрелә. Унда йыл да Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө ҡалаларынан утыҙ меңгә яҡын студент ҡатнаша.


Әлеге гала-концертта биш йөҙ самаһы кеше сығыш яһап, төрлө йәһәттән ижади оҫталығын күрһәтте.


Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Ул йәштәргә артабан да ижади уңыштар, уҡыуҙарында ҡаҙаныштар теләне.


“Һеҙҙең киләсәгегеҙҙе яҡшы итеүгә тырышасаҡбыҙ. Алдығыҙҙа перспектива, эш булырға тейеш. Иң мөһиме – башҡа яҡҡа уҡырға китһәгеҙ ҙә, яратҡан тыуған яғыбыҙға ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һеҙ беҙгә бик кәрәк”, – тине республика етәксеһе.
Читайте нас: