Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылы халҡы ҡыуаныслы көндәр кисерә. Ниһайәт, бер нисә тиҫтә йыл көткәндән һуң, "Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект" программаһы сиктәрендә төҙөлгән өр-яңы белем биреү комплексы ишектәрен асасаҡ. Бынан тыш, иртәгә ауыл мәктәбе үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын туйларға әҙерләнә.
Әлеге ваҡытта Бөрйән районында эш сәфәре менән йөрөгән хәбәрсебеҙ Айгөл Йәмилева белем усағының үҙендә булып, уҡытыусылар һәм V-IX класс уҡыусылары менән осрашты, кластар менән "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыу акцияһында ҡатнашырға өндәне.
Балалар, үҙ сиратында, байрам кәйефе менән уртаҡлашты, яңы, ҙур, иркен мәктәпте көтөп алыуҙары хаҡында һөйләне.
"Башҡортостан" гәзитен бында яратып уҡыйҙар, күп ғаиләләрҙә алдыралар. Яңы Собханғолдар гәзит коллективына ихлас сәләмдәрен юлланы.