Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Апрель 2019, 22:54

Уңғандарға уңыш йылмая

Киләсәк – йәштәр ҡулында. Уларҙы ваҡытында күреү, үҫтереү, күңелдәренә ҡанат ҡуйыу, дәрт өҫтәү уҡытыусының, ата-әсәнең генә түгел, урындағы етәкселектең дә бурысы булып тора.

Район хакимиәте башлығы И. Нафиҡовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Әбйәлилдә был йәһәттән маҡсатлы эш алып барыла. Күптән түгел, мәҫәлән, һәйбәт уҡыған, район, республика олимпиадаларында еңеү яулаған, төрлө фестивалдәрҙә, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән 47 балаға район хакимиәтенең махсус стипендиялары һәм премияһы тапшырылды.
Уҡыусылар үҙ сиратында артабан да тырышып белем алырға, мәктәп, район тормошонда ҡайнап йәшәргә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға һүҙ бирҙе.
Читайте нас: