Бөгөн Өфөләге 159-сы белем биреү үҙәгендә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы һөҙөмтәләре буйынса төбәк конференцияһы үтә.
Уның барышында “Туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ: тәжрибә һәм яңылыҡтар”, “Мәктәпкәсә белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре” тигән майҙансыҡтар эшләй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулаған тәжрибәле уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.
Конференцияны уҙғарыуҙың төп маҡсаты – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында күтәрелгән мәсьәләләр, тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар менән яҡындан танышыу, уларҙы урындарҙа тормошҡа ашырыу юлдарын барлау.
Төштән һуң конференцияла ҡатнашыусылар пленар өлөшкә йыйылды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, мәғариф министрлығы вәкилдәре ҡатнаша.