Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Май 2019, 22:54

Мәғарифта ҡыҙыу осор яҡынлаша

Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын – 19 787, Төп дәүләт имтиханын 43 139 уҡыусы тапшырасаҡ.

Фотолар glavarb.ru сайтынан.
Фотолар glavarb.ru сайтынан.
Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын – 19 787, Төп дәүләт имтиханын 43 139 уҡыусы тапшырасаҡ.


Был мәғлүмәтте Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин еткерҙе.


БДИ 27 майҙан 1 июлгә, Төп дәүләт имтиханы 24 майҙан 2 июлгә тиклем үтә.


Бынан тыш, 20 марттан 10 апрелгә ҡәҙәр БДИ-ны алдан тапшырыу уҙғарылды. Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, ул юғары кимәлдә ойошторолған. 22 апрелдән иһә Төп дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабы бара, ул иртәгә, 14 майҙа, тамамлана.


Дәүләт аттестацияһын ойоштороуға бәйле һорауҙар, көсөргәнеште бөтөрөү маҡсатында район-ҡалаларҙа уҡыусылар, ата-әсә араһында мәғлүмәти-аңлатыу эштәре алып барыла.


“Балаларыбыҙ дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырып, белем алыуын иң яҡшы уҡыу йорттарында дауам итер тип ышанабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: