Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Май 2019, 15:23

Сөмбөлдөң ун һигеҙенсе йылы

Хәйбулла районының Әбделнасир ауылы килене Сөмбөл Изикова 2001 йылдан мәктәптә эшләй. Башта белем усағы тулы булмаған белем биреү мәктәбе булһа, аҙаҡ ул башланғыс мәктәпкә әүерелә.

Хәйбулла районының Әбделнасир ауылы килене Сөмбөл Изикова 2001 йылдан мәктәптә эшләй. Башта белем усағы тулы булмаған белем биреү мәктәбе булһа, аҙаҡ ул башланғыс мәктәпкә әүерелә.


Бала саҡтан уҡытыусы булыр­ға хыял­лан­ған ҡыҙ, Баймаҡ райо­нының Буранбай мәк­тәбенең туғыҙынсы класын тамамлағас, Сибай педагогия колледжында белем алыуын дауам итә. Хеҙмәт юлын райондың Ҡаратал урта мәктәбендә башлай. 1998 йылда Әбдел­насир ауылы егете Илдус Ғәлийән улы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәштәр ауылда төп­ләнә, яңы йорт һала. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Эш араһында белемен камиллаштырыу маҡса­тында Магнитогорск ҡалаһында юғары белем ала. Сөмбөл Тәлғәт ҡыҙының мәғариф өлкәһендә эшләүенә лә ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Ул иң яуаплы бурысты атҡара – башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Хәҙер төпкөл ауылдарҙа, балалар аҙ булыу сәбәпле, уҡыусыларға ике класты бергә уҡытырға тура килә. Сиҙәм урта мәктәбе филиалы булған Әбделнасир башланғыс мәктәбе етәксеһе йөгөн дә ул берҙәй тигеҙ тарта.


Заман менән йәнәш атлаған педагог мә­ғариф өлкәһендәге һәр үҙгәрешкә тиҙ яраҡ­лаша, яңы технологияларҙы, уҡытыу алымдарын өйрәнә. Мәктәпкә үткәрел­гән юғары тиҙлектәге интернет ярҙамында уҡыусыларға онлайн-дәрестәр үткәрә, уҡыусылары төрлө онлайн-конференцияларҙа, олимпиадаларҙа даими сығыш яһай, призлы урындар яулай.


– Һайлаған һөнәремә шул тиклем рәхмәтлемен, эшем ныҡ оҡшай, балаларҙы яратам, – ти Сөмбөл Тәлғәт ҡыҙы. – Әлбиттә, эшем еңел түгел, кескәйҙәр алдында яуаплылыҡ икеләтә ҙур. Ике класҡа бер юлы белем биргәндә бигерәк тә һиҙелә. Балалар һинең күҙеңә, һәр һүҙеңә ҡарап ҡына тора, һин улар өсөн уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, икенсе әсәй ҙә. Ҡайһы саҡта әртис тә, психолог та булырға тура килә. Һәр йортҡа интернет үткәрелгән заманда, ҡулдарында айфон, планшет булған уҡыусы күңеленә белем орлоҡтары һибеү еңелдән түгел, шуға күрә һәр саҡ эҙләнеү, уҡыусыны ҡыҙыҡһын­дырыу мот­лаҡ, был маҡсаттан беҙгә, уҡытыусыларға, заман мөмкинлектәрен нығыраҡ һәм әүҙем файҙаланыу ярҙам итә.


Алдынғы ҡарашлы Сөмбөл Изикова мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалай, яңы технологияларҙы киң файҙалана. Уҡыусыларҙың логик фекерләү кимәлен үҫтереү йүнәлешендә эшләй, даими эҙләнә. Бигерәк тә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған: бергәләп яҙ һайын төрлө экскурсияларға йөрөйҙәр, Яңы йыл байрамдарын бергә үткәрәләр, спорт ярыштарында ҡатнашалар. Башланғыс белемде бында алған бала сит мәктәпкә барғас юғалып ҡалмаһын өсөн, тәүге йылдарҙа уҡ баланы шәхес булараҡ үҫтереүҙе тәүмаҡсат итеп алған тәжрибәле уҡытыусы. Шулай уҡ уларҙың һәләттәрен асыу, уны артабан үҫтереү буйынса ла эш алып бара.


Ауыл ерендә йәшәгән уҡытыу­сы уҡытырға ла, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла, ауыл ерендәге бөтмәҫ мәшәҡәттәргә “сумырға” ла, балаларын бағырға ла өлгөрә.


Автор фотолары
Читайте нас: