Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Май 2019, 22:17

БДПУ менән "УралСиб" берләшә

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “УралСиб” банкы менән берлектә IT-белгестәр әҙерләү эшен башлай.

Фото: vuzopedia.ru
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “УралСиб” банкы менән берлектә IT-белгестәр әҙерләү эшен башлай.
Был йәштәрҙе банк өлкәһенә һәм башҡа заманса компанияларға урынлаштырыу маҡсатында башҡарыла.
Программаға ярашлы, студенттар “УралСиб”тың юғары квалификациялы, тәжрибәле IT-хеҙмәткәрҙәренән үҙенсәлекле теоретик һәм практик белем аласаҡ. Уҡытыусылар шулай уҡ курс, диплом эштәренә етәкселек итәсәк, уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлегендә ҡатнашасаҡ. Университет талантлы йәштәрҙе билдәләү һәм һөнәри йәһәттән үҫтереү схемаһын булдырған.
Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән студенттар гранттар, индивидуаль стипендиялар алыу, “УралСиб”та стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә. Аҙаҡ, уҡыуҙы тамамлағас, улар банкта хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк.