Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Май 2019, 11:21

"Һәр ваҡыт әҙер!"

Бөгөн – Пионерҙар көнө. Тормошоноң бер өлөшөндә ошо бурысты атҡарған, “Һәр ваҡыт әҙер!” тип гел теүәллеккә, яҡтылыҡҡа ынтылған замандаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!

Фото: playcast.ru
Фото: playcast.ru
Бөгөн – Пионерҙар көнө. Тормошоноң бер өлөшөндә ошо бурысты атҡарған, “Һәр ваҡыт әҙер!” тип гел теүәллеккә, яҡтылыҡҡа ынтылған замандаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!


В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионерҙар ойошмаһына 1922 йылдың 19 майында нигеҙ һалына: ВЛКСМ-дың II Бөтә Рәсәй конференцияһында барлыҡ урындарҙа пионерҙар отрядтары булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә.


Совет мәлендә был көн уңайынан “Ленин дәрестәре” уҙғарыла; звенолар, отрядтар, дружиналар араһында уҡыу, спорт йәһәтенән өлгәш, металлолом, макулатура йыйыу һ.б. буйынса ярыштарға йомғаҡ яһала; парадтар, митингтар, сборҙар, концерттар, конкурстар үткәрелә; алдынғы уҡыусылар бүләкләнә, кис пионерҙар усағы яғыла.


Дөйөм алғанда, СССР ваҡытында Пионерҙар көнө совет балаларының иң төп байрамдарының береһе һанала.


Билдәле булыуынса, ҡайһы бер белем усаҡтарында был йола әле лә һаҡлана, нигеҙенә илһөйәрлек тәрбиәләү һалынған балалар ойошмалары, хәрәкәттәре эшләй.
Читайте нас: