Башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, уның аралашыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында Баймаҡ районы ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм мәктәп директорҙарының сираттағы эш кәңәшмәһе башҡорт телендә үткәрелде.
Унда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, һыу инә торған урындарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы йыһазландырыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Быйыл райондың “Орленок”, Граф күле эргәһендә урынлашҡан ял һәм һауыҡтырыу, мәктәп янындағы көндөҙгө ял лагерҙарға, шифаханаларға 8043 бала ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ профилле лагерҙар ҙа эшләйәсәк.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, Мәрйәм Бураҡаеваның программаһына ярашлы “Йәйләү” лагеры районда өсөнсө йыл уңышлы эшләй. Быйыл ул Граф күле янында уҙғарыла. Шулай уҡ Ишбирҙе һәм Өмөтбай ауылдары белем усаҡтары янындағы көндөҙгө лагерҙар ошо программа нигеҙендә ойоштороласаҡ. Тәүге заезд 7 июндә башлана.