Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Май 2019, 19:35

“Сәскәләр вальсы”нда әйләнде сәскәләй ҡыҙҙар һәм егеттәр!..

Өфөнөң Совет майҙанында матур йолаға әйләнгән “Яҙғы бал” үтте.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Өфөнөң Совет майҙанында матур йолаға әйләнгән “Яҙғы бал” үтте.


Билдәле булыуынса, ул йыл һайын баш ҡаланың меңдәрсә сығарылыш класс уҡыусыһын йыя. Быйылғыһында йәштәр биш меңгә етте.


Сараның бағыусыһы һәм төп ойоштороусыһы – “Уфанет” компанияһы. Өфө мәктәптәренең 11-се класын тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр полонез, танго, “Сәскәләр вальсы” кеүек бейеүҙәрҙе башҡарҙы. Уларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Александровна һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.


Пушкин урамы буйлап “Сығарылыш класы уҡыусылары аллеяһы” булдырылған ине. Унда һәр ҡыҙ һәм егеттең фотоһы, иң яҡты хыялдары, киләсәккә маҡсаты менән дә танышырға мөмкин булды.
Читайте нас: