Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Май 2019, 18:00

Спортсыларға – яңы автобус

Учалы үҫмерҙәр-балалар спорт мәктәбенә яңы автобус ҡайтарылды. Муниципаль район хакимите башлығы Руслан Ғиләзетдинов “Ford Transit” автобусы асҡыстарын учреждение директоры Рәмил Ҡусаринға тапшырып, спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә уңыштар, яңы еңеүҙәр теләне.

Автобус бөтә хәүефһеҙлек талаптарына ла яуап бирә, уға ГЛОНАСС навигация системаһы урынлаштырылған. Техниканың хәрәкәте тураһында мәғлүмәт шунда уҡ Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителә.

Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.