XI класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын биреүҙе дауам итә. Үҫмерҙәр аттестат алыу өсөн мотлаҡ тапшырыла торған имтихандарҙың береһе – математиканан һынау тотто, икенсеһе иһә киләһе аҙнала рус теленән буласаҡ.
Башҡортостан Мәғариф министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса уҡыусылар имтихандарҙы, ғәмәлдә, тыныс ҡабул итә, уның ҡарауы, ата-әсәләр ғәзиз кешеләренә ҡарғанда нығыраҡ борсола. Берҙәм дәүләт имтихандары 27 майҙа башланды, улар 1 июлгә тиклем дауам итәсәк. Республикалағы һынауҙарҙа бөтәһе 20 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнаша, бының өсөн 100 пункт хәстәрләнгән.