Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Июнь 2019, 12:10

Мәктәп булһа, ауыл йәшәр

Айҙаҡайҙа заманса белем усағы асыла.

Айҙаҡайҙа заманса белем усағы асыла.


Айҙаҡай ауылында йәшәгән малай һәм ҡыҙҙар әле йәйге ялда. Күптәре мәктәп яны лагерҙарында булһа, бәғзеләре хозур тәбиғәт ҡосағында сәләмәтлеген нығыта.


Күптән түгел генә каникулға сыҡһалар ҙа, балалар яңы уҡыу йылы башланыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки Айҙаҡайҙа көҙ 60 урынға иҫәпләнгән заманса мәктәп асыласаҡ. Бынан тыш, бер ҡыйыҡ аҫтында 40 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла урынлашасаҡ.


Әлегә ҡәҙәр Айҙаҡай балалары биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡарлыхан ауылына йөрөп уҡыған. “Ниһайәт, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа аша. Көн һайын иртән автобуста күрше ауылға барыуҙан ҡотоласаҡбыҙ, юлда үткән ваҡытыбыҙҙы дәрес әҙерләргә, файҙалы эшкә йүнәлтәсәкбеҙ”, — тип ҡыуана ауыл балалары.


Айҙаҡайҙа “100 йыллыҡҡа — яңы 100 объект” республика программаһына ярашлы төҙөлә башлаған мәктәп ата-әсәләрҙе, балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы борсоған мөһим мәсьәләне хәл итәсәк. Бөгөн киң ҡолас менән барған объектта ҡеүәтле техника тауышы тынмай, төҙөлөш материалдары ла ваҡытында килтерелә. “Тотҡарлыҡтар юҡ, эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған”, — ти төҙөүселәр. Бында 30-лап кеше эш менән мәшғүл.


— Иҫке мәктәптә уҡыу кабинеттары, китапхана, спорт залы айырым биналарҙа урынлашып, балалар ашханаға юл аша йөрөргә мәжбүр булған. Әлбиттә, был күп кенә уңайһыҙлыҡ тыуҙырған, шуға ла балаларҙың хыялын тиҙерәк тормошҡа ашырырға тип тырышабыҙ, — ти төҙөлөш мастеры Артур Зарипов.


Әйткәндәй, мәктәп төҙөүҙе Өфө ҡалаһының “ГлавСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған, заказсыһы — Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы. Бөгөн эш планға ярашлы ойошторолған, төҙөүселәр белдереүенсә, мәктәп ваҡытында сафҡа инәсәк. Проектҡа ярашлы, учреждениела компьютер кабинеттары, иркен спорт залы, китапхана, лаборатория буласаҡ.


Бөгөн Айҙаҡайҙа 127 йортта 400 кеше йәшәй, йәштәр ҙә йорт һалып, тыуған ауылында нигеҙ нығыта, балалар үҫтерә. Тимәк, бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ балалар баҡсаһы менән мәктәпкә йәш быуын ғына түгел, ата-әсәләр, уҡытыусылар ҙа һөйөнәсәк. Ә төҙөүселәрҙең үҙ бурысын намыҫлы башҡарып, белем усағын ваҡытында һәм, иң мөһиме, сифатлы итеп төҙөйәсәгенә шик юҡ.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: