2021 йылдан рәсәйҙәр юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был ғәмәл автоматлаштырылған дәүләт хеҙмәте ярҙамында башҡарыласаҡ.
Ошо хаҡта “Һанлы иҡтисад” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында белдергәндәр.
Әйтеүҙәренсә, улар кешеләрҙән “физик хәрәкәт һәм күп ваҡыт талап иткән ғәмәлдәрҙе онлайн киңлеккә күсерәсәктәр”. Шул иҫәптән, юғары уҡыу йортона инеүҙе лә. Суперхеҙмәт белем биреү программаларының берҙәм порталын булдырыуҙы күҙаллай, унда мөмкинлектәрҙе һайлап, сағыштырып буласаҡ. Порталда уҡырға инеү өсөн документтарҙы, шул иҫәптән ғаризаны ла, онлайн-режимда туплау мөмкинлеге ҡаралған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа имтихандарҙы дистанциялы рәүештә тапшырыу ҙа ҡараласаҡ.
“Дәүләт идараһы” федераль проекты сиктәрендә суперхеҙмәттең айырым компоненттары 2021 йылда ҡулланыла башлаясаҡ, 2022 йылда иһә пилот проектын индереү планлаштырыла.