Белеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге осоронда уҡ район хакимиәте башлыҡтары менән үткәргән бер кәңәшмәһе барышында 2019 йылдың 1 сентябренәсә барлыҡ мәктәптәрҙә йылы бәҙрәф булдырыу мәсьәләһен ҡуйғайны. Белем усаҡтарында балаларға тейешле шарттар тыуҙырыу зарурлығын ил Президенты ла үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләне. Әлеге ваҡытта төбәктәрҙә ошоға ярашлы маҡсатлы эштәр тормошҡа ашырыла.
Өлкөндө – Дыуан районының ҙур ауылдарының береһе. Унда мең ярым самаһы кеше йәшәй. Урындағы мәктәптә 128 бала белем ала. Етәкселек, уҡытыусылар коллективы һәм ата-әсәләр ҡулайлаштырыу осоронда белем усағын урта мәктәп булараҡ һаҡлап алып ҡалыуҙарына ҡыуана. Февраль айында бында йылы бәҙрәфтәр булдырылған.
– Барлыҡ эштәргә 550 мең һум аҡса бүленде. “Дыуанводоканал” йәмғиәте эшселәре, үҙ бурысына яуаплы ҡарап, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балалар өсөн уңайлы бәҙрәфтәр эшләп ҡуйҙы. Бының өсөн уларға, йәмғиәт директоры Хәлит Ғариповҡа һәм, әлбиттә, район хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ, – ти мәктәп директоры Рәфилә Рәхимова.
Рәфилә Рижан ҡыҙы менән уҡытыу һәм тәрбиә биреү йәһәтенән алып барылған эштәр, белем усағының йәшәйеше хаҡында ла әңгәмә ҡорҙоҡ. Өлкөндө мәктәбендә күрше Йылантөп ауылынан да балалар уҡый. Уларҙы автобус менән йөрөтөү ойошторолған. Быйыл урта мәктәпте биш уҡыусы – дүрт егет һәм бер ҡыҙ – тамамлаған.
Ил һәм республика етәкселеге тарафынан ҡуйылған тағы бер талап буйынса заманса мәктәп мотлаҡ юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташҡан булырға тейеш. 2017/18 уҡыу йылында был мәсьәләне лә хәл итеүгә өлгәшкән Өлкөндө мәктәбе етәкселеге. Компьютер класында балалар бик теләп шөғөлләнә.
“Тик бына компьютер өсөн махсус өҫтәлдәр кәрәк. Ғөмүмән, йыһаздарҙы яңыртыу бурысы тора. Ә, дөйөм алғанда, мәктәбебеҙҙе ҡарап, тәрбиәләп кенә торабыҙ. Уҡыу йылы тамамланыу менән бүлмәләрҙә буяу-ағартыу эштәре башлана. Мәктәп яны участкаһында ла йәй буйы эш тынмай. Үҫтереп алынған мул уңыш ашханала туҡланыу хаҡын кәметеүгә булышлыҡ итә”, – тип хәл-әхүәлдәре менән таныштырҙы директор ханым.
Мәктәп етәкселеген борсоған тағы бер мәсьәлә – ашхананы эсәр һыу менән тәьмин итеү. Ҡоҙоҡ һыуы көнкүрештә ҡулланыу өсөн генә яраҡлы, ә аш-һыу әҙерләүҙе һатып алынған һыу ярҙамында ойошторалар. “Ауылға һыу үткәрелһә, мәктәп өсөн дә был мәсьәлә ыңғай хәл ителер ине”, – тигән теләкте лә еткерҙе уҡытыусылар.
Әлеге ваҡытта Өлкөндө мәктәбе сираттағы уҡыу йылын матур күрһәткестәр, яҡшы өлгәш менән тамамлап, өр-яңы уҡыу йылы хәстәрҙәре менән йәшәй.