Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Июнь 2019, 21:47

Резолюция буйынса эш дауам итәсәк

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы пленар ултырышының икенсе өлөшөндә һүҙҙе тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алды.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы пленар ултырышының икенсе өлөшөндә һүҙҙе тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алды.
Ул үҙе модераторлыҡ иткән мәғариф секцияһында күтәреп сыҡҡан һорауҙар менән таныштырҙы.
Эльвира Ринат ҡыҙы әйтеүенсә, кадрҙар менән идара итеүгә бәйле проблема беренсе урында тора. Бынан тыш, мәғарифҡа арналған ултырышта милли балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр хаҡында һүҙ барған.
Шулай уҡ сит илдәрҙән килгән делегаттар йәштәрҙе яңы кимәлгә сығарыу хаҡында фекер йөрөткән.

"Резолюция өҫтөндә эш дауам итәсәк", – тине Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: