Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмә барышында белдерҙе.
Һөҙөмтәлә 16 уҡыусы аттестат алыуҙан һәм үҙ мәлендә юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғынан мәхрүм булған, улар имтиханды яңынан тапшырасаҡ.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушевҡа ғәйеплеләрҙе асыҡлау бурысы йөкмәтелгән.
“Был эшкә ҡағылышы булған имтихан ҡабул итеү пункты етәксеһенә, уҡытыусыларға ҡарата тейешле сара күрергә. Бындай нәмә булышыу – ахмаҡлыҡ”, – тине төбәк етәксеһе. Шулай уҡ ул, әгәр был эшкә муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатнашлығы булыуы асыҡланһа, уларҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе ҡараласаҡ, тип белдерҙе.