Рәсәй мәктәптәрендә саманан тыш отчеттар тапшырыу бөгөн уҡытыусының хәлен алыуы, балаларға белем бирергә ваҡыт ҡалдырмауы сер түгел. Бөгөн йәш белгестәрҙең мәктәптәрҙә оҙаҡ тормауы ла шуның бер сәбәбе.
Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев бындай мәшәҡәтте бөтөрөргә кәрәклеген белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, кәрәккән-кәрәкмәгән документтар тапшырыу, һәр мөрәжәғәткә шәхсән яуап биреү мәшәҡәте мәғариф министрлығы өсөн түгел, ә төрлө ведомстволар арҡаһында арта.
"Бының менән көрәшергә кәрәк", - тине Медведев. Ул ведомстволар өсөн әҙерләнгән барлыҡ отчеттарҙы мәктәптәрҙең рәсми сайтында ҡуйырға тәҡдим итте.