Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Август 2019, 12:06

Китаптың ҡөҙрәте сикһеҙ

Ауырғазыларҙа бөгөнгө күркәм эштәрен донъяға күрһәтеү өсөн сәм дә, ҡыйыулыҡ та етерлек. Ҡайҙа ла бер ҡояш, ҡайҙа ла уңышҡа өлгәшеү өсөн егәрлелек, уңғанлыҡ, ижади һәләт кәрәк.

Һүҙ көсө һауыҡтыра, ҡанатландыра.


Ауырғазыларҙа бөгөнгө күркәм эштәрен донъяға күрһәтеү өсөн сәм дә, ҡыйыулыҡ та етерлек. Ҡайҙа ла бер ҡояш, ҡайҙа ла уңышҡа өлгәшеү өсөн егәрлелек, уңғанлыҡ, ижади һәләт кәрәк.


Былтыр декабрь айында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе көтөлмәгән форматта, ғәҙәттәге ҡалыптарҙан айырмалы, үҙенсәлекле үтеүен хәтерләйһегеҙҙер. Залда ябай хеҙмәт кешеләренең байтаҡ булыуы күҙгә салынды. Әлбиттә, был ғәжәп, таң ҡалдыра торған күренеш булырға тейеш тә түгел, сөнки баш йортобоҙ – Башҡортостан байлығын, ҡеүәтен арттырыу тап ошо ябай игенсе, механизатор, фельдшер иңендә.


Республика етәксеһе, федераль конкурс­тарҙағы уңышлы миҫалдарға Ауырғазы районындағы Башҡортостанда берҙән-бер библиотерапия үҙәген миҫалға килтереп, “Доктор Китап” проектының “Ҡала һәм ауылдарҙың мәҙәни мозаикаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сығыуы һәм йыһазландырыуға 500 мең һумлыҡ грант алыуын белдерҙе.


Кемдәр һуң был тәүәккәл, өлгөр ҡыҙҙар? Кешеләргә аң, ғилем, матурлыҡ, иман, мөғжизә бүләк иткән китаптың шифалы ла булыуын үҙ тәжрибәһендә иҫбатлаған китапхана директоры Зәмирә Хөсәйенова, китапханасылар Гүзәл Аҡбашева, Гүзәл Аманова һәм проектты әҙер­ләүгә ҙур өлөш индергән Гөлдәр Йәлилеваның сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социаль тормошҡа яраҡлаштырыуға, тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәтте яйларға, аралашырға ярҙам итеү өлгөһө һис һүҙһеҙ маҡтауға лайыҡ. Районда ошо категорияға ҡараған 140-ҡа яҡын ғаилә йәшәй.


Талбазылағы үҙәк район балалар китапханаһының илле квадрат метр майҙанды биләгән балалар мөйөшө өс өлөшкә бүленгән: кемдер өҫтәл артында тыныс ҡына китап уҡый, кемдер аҡыл эшмәкәрлеген үҫтереү программалары менән шөғөлләнә. Иҙәнгә түшәлгән келәм дә ябай түгел, ә сабыйҙарҙың уйлау ҡеүәһен көсәйтеүгә йүнәлтелгән тылсымлы уйын майҙаны.


– Ә был ҡурсаҡтарҙы ни өсөн алдығыҙ? – тибеҙ, өҫтәлдәге бармаҡтарға кейҙерелә торған әкиәт геройҙарын күреп.


– Үҙ-үҙенә йомолған, аралашырға ҡыйын­һынған кескәйҙәрҙең күңеленә юл асыу өсөн әкиәт терапияһы бик яҡшы ысул, – ти Гөлдәр Йәлилева. – Ғөмүмән, хеҙмәттәштәрем был изге эште 2000 йылдан уҡ башлап, инвалид балалар йәшәгән йорттарҙа булып, уларҙың ялдарын, байрамдар ойоштороу, китап уҡыуға ылыҡтырыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарып өлгөргәйне. Инвалидтар ойошмаһы, “Ғаилә” үҙәге менән берлектә күркәм саралар үткәрәбеҙ: саф һауала күңелле уйындар, асфальтта һүрәт төшөрөү, конкурстар, ҡурсаҡтар ярҙамында әкиәттәрҙе сәхнәләштереү һәм башҡалар.


Китаптарҙың бында ниндәйе генә юҡ! Сағыу тышлылары, “һөйләшә”, “йырлай” торғандары, күреү һәләте насар булғандар өсөн махсус эшләнгәндәре…


– Ярты миллион һумлыҡ грантты нимәгә тотондоғоҙ, ҡыҙҙар? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.


– Балалар китапханаһы өсөн тәғәйенләнгән махсус йыһаздар, тәҙрәләргә жалюзи, иҙәнгә ковролин, ҡурсаҡтар, һәләттәрҙе үҫтергән уйындар алып, үҙебеҙ ҙә сабыйҙарҙай ҡыуандыҡ, – ти китапханасылар. – Хәҙер беҙҙең өр-яңы те­левизорыбыҙ, компьютерыбыҙ бар. Элек китап­ханаға 449 бала йөрөһә, бөгөн уларҙың һаны 1300-ҙән ашты. Китаптар туҙан йыйып ятмай, ҡулдан-ҡулға күсеп, аң-белем, иман тарата.


“Хәҙер балалар китап уҡымай” тигән һүҙҙең дөрөҫ түгеллеген ауырғазылар инҡар итә. Эште ойоштора, сабый күңеленә асҡыс таба белгәндә, китап оҙаҡ йылдарға кәңәшсе, киләсәккә аҡ юл һуҙған, аңдарҙы яҡтыртҡан алмаштырғыһыҙ хазина булып ҡаласаҡ әле.


Ауырғазы районы