Киләһе йылдан Рәсәйҙә мәктәп формаһының милли стандарттарын раҫлаясаҡтар. Кейем туҡымаһы еңел, һауа үткәреүсән буласаҡ. Талаптар юғары: туҡыма тотороҡло, йыуғанда формаһын һәм үлсәмен һаҡларға тейеш. Стандартты "Роскачество" әҙерләйәсәк. Көн дә яратып кейерлек уңайлы костюмдар, күлдәктәр уҡыусыларҙың да күңеленә ятырлыҡ булһын, ти ата-әсәләр.
Өлкәндәрҙең 54 проценты мәктәп формаһы тәртипте арттыра, дәрестән иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәҫкә ярҙам итә тип иҫәпләй. Өҫтәүенә ата-әсәләрҙең килем айырмаһын һиҙҙермәйәсәк, тип һанаусылар ҙа бар.
“Һеҙҙең мәктәптә ниндәй тыйыуҙар бар?” тигән һорауға ла өлкәндәр ҙур теләк менән яуап ҡайтарған. Ҡайҙалыр — пирсинг, ҡайһылыр мәктәптә сәстәрҙе төрлө төҫтәргә буярға ярамай. Сағыу кейем, йыртыҡ джинсыларға, татуировакаларға юл ябылған белем биреү учреждениелары ла бар.