Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Август 2019, 14:33

Белем усаҡтары балаларҙы ҡабул итергә әҙер

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың бөтә белем усаҡтары ла балаларҙы яңы уҡыу йылында лайыҡлы ҡаршыларға тейеш, тип белдерҙе.

Радий Фәрит улы террорға, янғынға ҡаршы алып барылған эштәргә һәм санитар хәүефһеҙлеккә айырыуса етди иғтибар бүлергә ҡушты.

– Белем биреү учреждениеларының барыһы ла балаларҙы ҡабул итергә әҙер, мәктәп автобустары техник тикшереү үтте, – тине республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. – Әйткәндәй, быйыл беренсе класҡа 55 мең ҡыҙ һәм малай уҡырға бара. Уҡыу башланғас та, балалар ҡатнашлығында төрлө юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау өсөн “Хәүефһеҙлек айлығы” үткәреләсәк.

Һөйләшеүҙә мәктәп эргәһендәге майҙансыҡтарҙың торошо, юл билдәләрен һәм һыҙатын урынлаштырыу, йылы бәҙрәфтәр тураһында ла һүҙ барҙы.

Фото: metshin.com
Читайте нас: