Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Август 2019, 13:30

Уҡытыу “тулы көнлө мәктәп” тәртибенә көйләнә

Башҡортостан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, француз телдәре аша алып барыласаҡ.

Башҡортостан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, француз телдәре аша алып барыласаҡ.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендәге сығышында уңыштарҙы барланы, бөгөнгө эштәр тураһында һөйләне, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. “Бөгөн мәғариф системаһы уникаль арауыҡта тора, шуны үҙебеҙ яҡшы аңларға тейешбеҙ. Милли проекттар, дөрөҫөрәге, беҙҙең ил Президенты бул­дырған реформалар үҫешергә ҙур мөмкинлектәр бирә”, – тине Радий Фәрит улы.


Өфөлә 1 сентябрҙә ике полилингваль мәктәп асыласаҡ. Ошо уңайҙан ата-әсәләрҙең педагог­тарға бер генә үтенесе бар: “Баламды бында нисек урынлаш­тырырға?” Ысынлап та, хәстәр­леләр балаларын ошонда биреү өсөн ҙур тырышлыҡ һала.


“1 сентябрҙә сафҡа инәсәк белем усаҡтарының араһында Өфө ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан 44-се полилингваль күп тармаҡлы мәктәптең булыуы айырыуса һөйө­нөслө. Белем усағында үҙгәртеп ҡороу бер нисә йыл элек башланды, уҡыусылар эргә-тирәләге мәк­тәптәрҙә уҡыны”, – тип шуларҙың береһе тураһында яҙып сыҡ­ҡайныҡ инде гәзите­беҙҙә. Унан айырмалы, “Сағыу” биҫтәһендәге 162-се полилингваль мәктәп (Smart) яңынан төҙөлдө.


Белем усағында уҡытыу-тәрбиә эштәре “тулы көнлө мәктәп” эш тәр­тибенә ярашлы алып бары­ласаҡ. Төштән һуң ҡыҙ һәм ма­лайҙар дәрестән тыш эшмә­кәрлеккә башкөллө сумасаҡ. Өҫтә­мә белем биреү программалары буйынса төҙөлгән дәрестәр, төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары эше – шуға асыҡ миҫал.


Бер мең уҡыусыға иҫәпләнгән күп тармаҡлы мәктәптә програм­маларҙы “Ос!” модуль проектына ярашлы алып барырға уйлай педагогтар. Мәҫәлән, кескәйҙәр I клас­тан уҡ шахмат уйынына өйрәнәсәк. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары ойоштороласаҡ. Баш­ҡорт­остан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, француз телдәре аша алып бары­ласаҡ, улай ғына ла түгел, баланы ҡыҙыҡһындырыу буйынса клуб­тарҙың эшләүе күҙ уңында тотола. Тиҙ уҡыу, робот техникаһы, сәхнә оҫталығы, йыр, үҫеш интеллекты, башланғыс ижадты үҫтереү һәм башҡа түңәрәктәр төрлө яҡлап үҫешкә көслө йоғонто яһаясаҡ.


162-се мәктәп етәкселеге I класс балаһының һәр береһенә “аҡыллы смарт-сәғәт” бүләк итергә уйлай.

– Белем усағы балаларҙы ҡабул итергә әҙер, тағы бер ын­тылһаҡ, ваҡ эштәр тамам­ланасаҡ, – тип һөйләй мәктәп директоры Наил Әминев.

Шул иғтибарға лайыҡ, бер нисә йылдан полилингваль белем усаҡ­тары республикабыҙҙың башҡа ҡала һәм райондарында ла төҙөләсәк.

...162-се мәктәпкә аяҡ баҫҡанда сәғәт иртәнге 9 тулмағайны әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында эшселәр байтаҡ ине, техника тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Өс ҡатлы белем усағы әллә ҡайҙан балҡып ултыра.


– Әле стеналарҙы буяу – төп бурыстарҙың береһе, – тип һөйләй “Башгражданстрой” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиә­тенең штукатур-маляр төркөмө бригадиры Мөнирә Шәрипова. – Әйткәндәй, бында һәр ҡат айырым төҫкә буяла, шул хәтлем сағыу килеп сыға. Төҙөлөш өсөн материалдар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп торғастар, эш барышында тотҡарлыҡ юҡ.


Икенсе ҡатта ла йәнлелек һиҙе­лә. “Макрозвук” йәмғиәте уңған­да­ры Миңнур Алтаев менән Альберт Яҡшыбаев кисә генә кабинет­тарҙа элемтәгә бәйле эште тамам­лап, бөгөн тамаша залына күскән.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: