Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Сентябрь 2019, 18:30

Ҡайҙалыр балалар етмәй, бында 762 уҡыусы!

Быйыл уҡыу йылы башы иҫәпләнгән 1 сентябрь ял көнөнә тура килгәс, Белем байрамы 2-һенә күсте. Ғәҙәттә, был гимназияла тантаналы линейка урамда үтә ине, балаларҙың сәләмәтлеген уйлап, бөгөн мәктәп етәкселеге байрамды тантаналар залына күсерҙе.

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрик итеп, белем донъяһында уңыштар теләне.

Быйыл мәктәптә үҙгәрештәр ҙә бар. Мәктәп яңыртылған ашхана, коридорҙар, махсус стендтар менән ҡаршы алды. Белем усағына беренсе класҡа 90 бала килде. Аллаға шөкөр, шулай бит? Йәмғеһе бында 762 бала уҡый. Быйылдан түңәрәктәрҙең һаны артҡан, шулай уҡ көрәш буйынса айырым секция булдырылған.

Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә 122 меңдән ашыу бала мәктәпкә барған, шуларҙың 15 меңе – беренселәр!

Автор фотоһы.
Читайте нас