Өфө уҡыусылары мәктәп ашханаһында махсус карта менән иҫәпләшә башлаясаҡ.
5 сентябрҙә күп профилле 162-се полилингваль мәктәптә уҡыусыларҙың туҡланыуына арналған матбуғат конференцияһы булды. Күпселек ата- әсәнең мөрәжәғәте буйынса 1 августан мәктәптә ашатыу бер операторға – “Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге”нә – бирелде. Быға тиклем Өфөлә аҙыҡ-түлек өсөн өс предприятие яуап бирһә, хәҙер улар үҙҙәре бер бөтөндө тәшкил итә.
Бынан тыш, ашауға түләү системаһы ла камиллаштырылды. Уҡыусылар ашханала йәки буфетта махсус карта ярҙамында иҫәпләшә ала. Шулай уҡ иҫәпләшеү өсөн браслет йәки брелок алырға ла мөмкин. Яңы гаджеттарҙы ошо аҙнаның аҙағында ҡуллана башларға мөмкин. Әммә һайлау хоҡуғы бар: нисек түләргә ата- әсә үҙе хәл итергә тейеш.
Уҡыусыларға бирелгән карта бик уңайлы. Уның менән транспортта ла иҫәпләшергә була, турникет аша үткәндә лә иҫәпләшергә мөмкин. “Уралсиб” банкында, терминалдарҙа тулыландырыла. Карталар бушлай таратыла, ә браслет йәки брелок алырға теләүселәр инде 200 һум түләй.