Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2019, 10:16

Төньяҡ-көнбайышта хәл нисек?

Ул төбәктә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеү булды.

Фото Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты сайтынан.
Фото Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты сайтынан.
Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күп проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.
Күптән түгел, мәҫәлән, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙенсәлектәре” тип аталған ултырыш ойошторолдо.
Һөйләшеү майҙансығы итеп был учреждение юҡҡа һайланманы: бында педагогтар өсөн төрлө курстар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, конкурстарҙы асыу, йомғаҡлау саралары уҙғарыла һ.б. Әлеге ултырышта мөғәллимдәр “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышты, ғалимдарҙың, уҡытыусыларҙың китаптарына исем туйы үтте.
Читайте нас