Ошонан оло тормошҡа фатиха алалар.
Мораптал мәктәбе – бай тарихлы белем усағы, ул Көйөргәҙе районында иң тәүге башҡорт мәктәбе булыуы менән әһәмиәтле. Бер быуат дауамында тупһаһы аша меңәрләгән ҡыҙ һәм малай атлап үтеп, белем серҙәренә төшөнгән, ҡанат нығытып, ошонан ҙур тормошҡа юл алған. Хәҙерге көндә Мораптал мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәй, урта махсус һәм юғары белемгә эйә булып, төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итә. Бөгөн 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәғариф усағы үҙ ҡошсоҡтарын туған ояһына йыя.
Октябрь революцияһына тиклем Мораптал ауылында ике (ағас һәм таш) мәсет була. Уларҙың етәкселеге бергә мәҙрәсә тота. Тиҙҙән ағас мәсет янып юҡҡа сыға. Совет власы урынлашҡас, таш мәсетте ауыл клубы итәләр, ә мәҙрәсәне башланғыс мәктәп итеп үҙгәртәләр. Шулай итеп, 1919 йылда Морапталда яңыса белем биреү системаһына нигеҙ һалына. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы бергә уҡыта башлайҙар. Башлыса арифметика, тасуири уҡыу, география, рус теле һәм йыр дәрестәренә өҫтөнлөк бирелә.
Мәктәптең иң тәүге уҡытыусылары Абдулла Вәхитов, Фәтих Әлмөхәмәтов (композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ҡустыһы) һәм Ғаязетдин Бикбаев була. Һуңғыһы – билдәле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайҙың атаһы.
1926 йылда Морапталда тәүге пионер отряды төҙөлә, уны вожатый Сәймә Мәсәғүтова ойоштора. Иң беренселәрҙән булып пионер сафына 1912-1913 йылғы үҫмерҙәр – Саттар Ғәлиев (аҙаҡтан Ленинград медицина институтын тамамлай), Мәжит Ғәлиев (Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, фронтта һәләк була), Абдулхаҡ Мырҙаҡаев һәм Ишкилде Хәсәнов (икеһе лә – Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары) алына.
1928 йылда Морапталда колхоз йәштәре мәктәбе эш башлай. Был уҡырға теләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн шатлыҡлы ваҡиға була. Совет власы дошмандары бинаны яндырғас, белем эстәү хыялы менән берләшкән йәштәр яңы мәктәп төҙөп ҡуя. 1935/36 уҡыу йылында ошо белем усағы базаһында ете йыллыҡ мәктәп эшләй башлай, уның беренсе директоры Хәйри Рафиҡов була. Ә инде ике йылдан урта белем биргән мәғариф учреждениеһына әйләнә. Был райондағы иң тәүге башҡорт мәктәбе була.
Әлбиттә, уҡытыусылар коллективына шул осорҙоң байтаҡ һынауҙарын үтергә – уҡыу урындары етешмәү, яғыулыҡ менән өҙөклөк кеүек проблемаларҙы хәл итергә, артабан инде һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын кисерергә тура килә.
1959 йылдың декабрендә ике ҡатлы яңы мәктәп төҙөп тапшырыла. Күрше ауылдар уҡыусылары менән бергә бында 700-гә яҡын бала белем ала, уҡытыуҙы хатта өс сменала ойошторорға тура килә. Мәктәп көслө педагогия кадрҙары менән тулылана, яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулай һәм район ғына түгел, республика кимәлендә лә алдынғы белем усағы булып таныла. Был – әлбиттә, ошо мәғариф учреждениеһына бөтә аңлы ғүмерен арнаған уҡытыусыларҙың, мәктәпкә етәкселек иткән директорҙарҙың фиҙакәр хеҙмәт емеше.
50-се йылдар аҙағында төҙөлгән бина иҫкерә һәм 2007 йылда ул саҡтағы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың һәм республика Хөкүмәтенең туранан-тура хәстәре менән Морапталда заман талаптарына яуап биргән өр-яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса.
Мораптал мәктәбен тамамлаған уҡыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре, хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған билдәле кешеләр бихисап. Ошо йылдар эсендә белем усағы 57 уҡытыусы, 46 инженер, 23 табип, туғыҙ агроном, 16 зоотехник, ете хәрби офицер, һигеҙ фән кандидаты һәм докторы әҙерләп сығарған.
Бай тарихлы белем усағы билдәле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың, танылған яҙыусы Баязит Бикбайҙың, химия фәндәре докторы Әлмира Бикҡолованың, билдәле табиптар Шакир Туҡаев һәм Рәжәп Юлбарисовтың, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, үҙешмәкәр рәссам Йәдкәр Бәшировтың һәм башҡа данлы шәхестәрҙең исемдәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Оҙаҡ йылдар дауамында Көйөргәҙе районын етәкләгән алдынғы ҡарашлы хакимиәт башлыҡтары Әхәт Ҡотләхмәтов менән Рәил Әбдрәшитовтар ҙа тап ошо уҡыу йортон тамамлаған.
1988 йылдың майында, Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғона ярашлы, Мораптал мәктәбенә башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайҙың исеме бирелә. 2011 йылдың майында мәктәп алдында яҙыусы хөрмәтенә бюст ҡуйыла. Район хакимиәте тарафынан әҙип исемендәге премия булдырыла.
Данлы белем усағының 1961 йылғы сығарылыш уҡыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күп яҡлы талант эйәһе Йәдкәр Бәширов мәктәпкә үҙенең картиналарын бүләк итә. Шулай уҡ ул тормош юлдашы Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы менән һынлы сәнғәт өлкәһендә талантлы Мораптал балалары өсөн махсус премия булдыра. 2017 йылдан был бүләк йәш рәссамдар менән бер рәттән тыуған төйәге тарихын өйрәнгән уҡыусыларға ла тапшырыла. Ғөмүмән, Бәшировтарҙың рухлы ғаиләһе Мораптал мәктәбе менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә йәшәй, улар булдырған премия ла балаларҙы ижади эштәргә, яңы эҙләнеүҙәргә дәртләндерә.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәп 220 уҡыусыны ҡаршы алған. Бында күрше ете ауылдың балалары белем ала, уларҙы махсус автобус менән йөрөтөү ойошторолған. Шулай уҡ Иҫке Мораптал һәм Яҡут ауылдарында белем усағының филиалдары – башланғыс мәктәптәр эшләп килә.
Ошо йылдар дауамында сығарылыш уҡыусыларынан 64 кеше мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалдарға тамамлаған. Бөгөн дә Мораптал уҡыусыларының исемдәре төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында еңеүселәр рәтендә яңғырап тора.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәптә тәүге тапҡыр Эске эштәр министрлығының кадет класы ойошторолған. Был йүнәлештәге I класҡа 21 уҡыусы тупланған. Улар математика, физик тәрбиә кеүек фәндәр буйынса ныҡлы шөғөлләнәсәк, юл ҡағиҙәләрен өйрәнәсәк. Әлеге эште башлап ебәреүгә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҙур ярҙам күрһәткән. Уның булышлығында мәктәп биләмәһендә автомайҙансыҡ булдырыуға һәм махсус бүлмәне йыһазландырыуға 178 мең һум аҡса бүленгән, шулай уҡ район хакимиәте 20 мең һум күсергән.
Мораптал мәктәбе – Көйөргәҙе районынан Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Үҫеш нөктәһе” проектында ҡатнашҡан ике мәғариф учреждениеһының береһе. Был проект балаларға технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, шахмат йүнәлештәре буйынса шөғөлләнеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Уға ярашлы бихисап заманса ҡорамалдар – интерактив таҡталар, 3D принтерҙары, күҙлектәр һәм башҡалар ҡайтарылған. Проект әлеге йүнәлештәр буйынса уҡытыусыларға ла белемен камиллаштырыуға булышлыҡ итә.
– Үткән уҡыу йылында ике коллегабыҙ – Гөлзиә Фәтих ҡыҙы Мөлөкова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Сәлим ҡыҙы Кинйәлиева башланғыс класс педагогтары араһында үткән конкурстарҙа республика кимәлендә финалға сығып, еңеү яуланы. Мәктәбебеҙҙә туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара семинарын гөрләтеп үткәрҙек. Унда республиканың 15 районынан һәм күрше Ырымбур өлкәһенән тел уҡытыусылары ҡатнашты. Бына шулай яңылыҡтарға ынтылып эшләйбеҙ. Һөҙөмтәләр, уңыштар ҡанатландыра, әлбиттә, – тип һөйләне мәктәп директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдинова.
Мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейына арнап ике китап әҙерләп сығарылған. “Мәңге йәшә, мәктәбем” йыйынтығы белем усағының үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләй.
Китапты сығарыуға уҡытыусылар Эльфира Кәрим ҡыҙы Вәлиева, Розалиә Юнир ҡыҙы Сәғитова һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова ҙур көс һалған. Рәҡит Аллабирҙенең башланғысы һәм шәхсән тырышлығы менән нәшер ителгән “Урғылып аға Юшатыр” китабына уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ижад емештәре, ғилми-тикшеренеү эштәре тупланған.
Мәктәптең йәнә бер ғорурлығы – 2004 йылда булдырылған музей. Уның эшмәкәрлегенә тарих уҡытыусыһы Розалиә Сәғитова етәкселек итә.
Музейҙағы төп экспозиция Көйөргәҙе еренең данлы улы Баязит Бикбайҙың тормош һәм ижад юлына арналған. Бында уның фотоһүрәттәре, хаттары, китаптары, шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади эштәре урын алған.
Икенсе бүлек ауыл һәм мәктәп тарихына бағышлана. Күп һанлы документтар, тарихи мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр тыуған төйәк тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә. Ошонда уҡ 1943 йылғы сығарылыш уҡыусыларынан башланған фотогалерея урын алған.
Өсөнсө бүлек билдәле яҡташтар менән таныштыра. Бында Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, профессор Әлмира Бикҡолова һәм башҡалар тураһында бай мәғлүмәт тупланған.
Морапталдар хаҡлы рәүештә үҙҙәренең геройы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡов менән ғорурлана. Ул 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының бүлексә командиры, гвардия өлкән сержанты булып данлы яу юлы үтә. Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Мешәүле Ҡарағужаҡтың вариҫы булған гвардия өлкән сержанты Ҡужаҡов 1943 йылдың 27 сентябренә ҡараған төндә Белорус ССР-ы Нивки ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн әлеге юғары наградаға лайыҡ була.
Этнография бүлегендә көньяҡ-көнбайыш төбәк башҡорттарының көнкүрешенә, мәҙәниәтенә ҡағылышлы экспонаттар урын алған.
– Музейҙа ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр үтә. Был саралар балаларҙа илһөйәрлек, тыуған төйәк тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә бик мөһим. Әлеге ваҡытта музей эшмәкәрлеген артабан киңәйтеү – этнография бүлеген айырым бүлмәгә сығарып, мәғлүмәттәр менән тулыландырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип һөйләне Розалиә Юнир ҡыҙы.
Эйе, бер быуат аҙ ғүмер түгел. Шулай ҙа Мораптал мәктәбенең тағы ла ҙурыраҡ уңыштары, яулайһы ҡаҙаныштары алда булһын. Мәғариф усағы бик күп йылдар һәм дәүерҙәр дауамында балаларҙы аң-белемгә әйҙәр үҙәк, ауылдың йәме һәм ҡото булып гөрләп эшләһен һәм йәшәһен!