Межгорье ҡалаһы мәктәбенә – 90 йыл.
Межгорье ҡалаһының 1-се мәктәбе (элекке Татлы урта мәктәбе) 90 йыллыҡ ҙур юбилейын билдәләй. Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, тәүҙә Татлы ауылы балалары Ҡатай улысы үҙәге Ғәҙелшаға йөрөп уҡый.
1929 йылда олатайым Зәйнулла Йыһанша улының өйөндә мәктәп асыла. I класҡа һигеҙ йәштән 14 йәшкәсә балаларҙы йыялар. Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан килгән Ғиниәт Боранғолов уҡытыусы булып эшләй башлай. Тиҙҙән уны, мулла тип, Ғәҙелша ауылына ебәрәләр, уның урынына Нажиә Әхтәмова эшкә килә. Бер йылдан һуң уны Иманғолов фамилиялы яңы уҡытыусы алмаштыра.
1932 йылда мәктәптә беренсе сығарылыш була. Ауылыбыҙҙың тәүге уҡыусылары Инйәрҙә һәм Сермән педучилищеһында белем алып, үҙ мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Бына улар – Барый Абдрахманов, Әҡсән Йәғәфәров, Заһит Моталлапов, Байдәүләт Зәйнуллин, Хәлфит Хилаев. Уларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, иҫән-һау әйләнеп ҡайта һәм туған мәктәбендә эшләүен дауам итә.
1940 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡ, 1961 йылда һигеҙ йыллыҡ, 1965 йылда урта мәктәпкә әүерелә. Директор итеп Альберт Усман улы Әмиров тәғәйенләнә. Яҡын-тирә урыҫ ауылдарынан – Үрге Мәнәү, Түбәнге Мәнәү, Бағарашты, Лапышты, Дубининонан урта белем алырға теләгәндәр өсөн IX, X рус кластары асыла.
1979 йылда Татлыла хәрби часть барлыҡҡа килгәс, яңы мәктәп төҙөү кәрәклеге асыҡлана. Балалар һаны шул хәтлем күбәйә, уҡытыу хатта өс сменала алып барыла башлай. 2000 уҡыусыға 200-гә яҡын уҡытыусы белем бирә. Йыл һайын ун параллель беренсе класс асыла.
Хәҙерге көндә Межгорьеның 1-се мәктәбендә 532 бала белем ала. Иркен, таҙа, яҡты класс бүлмәләрендә 22 класс-комплект уҡый. 38 юғары белемле белгес ғилем серҙәрен өйрәтә. Быйыл I класҡа 65 бала килгән, өс класс асҡандар. Уҙған уҡыу йылында XI класты 20 уҡыусы тамамлаған, барыһы ла юғары уҡыу йортона ингән. Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Уны булдырыуҙа уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зәкиә Заһит ҡыҙы Фәтҡелисламованың хеҙмәте бик ҙур булды.
90 йыл эсендә Татлы, йәғни хәҙерге 1-се Межгорье урта мәктәбен күпме кеше тамамлап, үҙаллы тормошҡа юл алған. Уларҙың барыһы ла илдең төрлө төбәктәрендә үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған. Уларҙың бер нисәүһен телгә алып үтәм: Инсаф Басиров – “Рәсәй-24” телеканалында журналист, Зөлфиә Ғәлийәнова Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһын етәкләй, Артур Шәрипов – Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, һеңлеһе Розалия – Өфө ҡалаһында полиция хеҙмәткәре, Алһыу Янбаева, Әлфиә Мәннәнова Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыта, Ранис Алтынбаев – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары, Азат Мөхәмәтйәров – кардиолог-хирург, Илдар Шәрипов – акушер-гинеколог, Юлиә Биктимерова – педиатр. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин.
Ошо мәктәптә белем алып, туған мәктәбемдә эшләп тә алғас, йөрәк түрендә һаҡланған хәтирәләр ҙә бик күп. Тәүге уҡытыусым Хәҙисә Сәлмән ҡыҙы Кәримованы онотоу мөмкинме һуң?! Ныҡ талапсан, белемле уҡытыусыбыҙ беҙҙе хәреф танырға, яҙырға, һанарға өйрәтте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлимә апай Мырҙағәлина икенсе әсәйебеҙ кеүек ине, ул туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уятты. Тарих уҡытыусыһы Заһит ағай Моталлаповтың сәнғәт, рәссамдар тураһында һөйләгәнен йотлоғоп тыңлай инем. Зәйнуллин Дәүләт Зәйнулла улының һыҙма, рәсем дәрестәрен бөтә балалар ҙа көтөп ала торғайны. Ул һәр бер уҡыусының йөрәгенә асҡыс таба белде, шуға ла балалар үҙен бик яратты. Биология уҡытыусыһы Әҡсән Йәғәфәр улы Йәғәфәровтың үҙ фәненә мөкиббән ғашиҡ икәнлегенә шаһит инек. Уның етәкселегендә мәктәп яны баҡсаһы уңышлы эшләне. Көн һайын дежур класс түтәлдәрҙе ҡарай, сүп үләндәрен утай, һыу һибә. Беҙҙең фенологик дәфтәребеҙ ҙә булды. Мәктәп алдындағы баҡсала флюгер, термометр, яуым-төшөмдөң миҡдарын күрһәтеүсе прибор бар ине. Көнөнә өс мәртәбә (!) йүгереп килеп ҡарап, һауа температураһын, елдең ҡайҙан иҫеүен, яуым-төшөм миҡдарын дәфтәребеҙгә яҙып ҡуя инек. Үҙенә күрә фән эше менән булышҡанбыҙ.
Беҙҙең быуынға октябрят та, пионер ҙа, комсомол да булырға тура килде. Шуның менән бәхетлебеҙ. Тимурсылар хәрәкәте, пионер костерҙары, комсомол йыйылыштары… Мәктәптә шул эштәрҙең етәксеһе булған өлкән пионервожатыйыбыҙ Заһита Заһит ҡыҙы Биғастанованы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Эйе, мәктәп асылыуға хәҙер инде 90 йыл булып киткән. Күпме кеше яҙмышы, кеше хеҙмәте ингән мәктәп тормошона, күпме хәтирәләр ошо белем усағы менән бәйләнгән! Элекке коллегаларымды ҙур байрам менән ҡотлайым, ауыр һәм маҡтаулы хеҙмәттәрендә яңынан-яңы уңыштар теләйем.