Белем һәм тәрбиә
12 Октября 2019, 07:12

Еңеүсе – беҙҙең педагог!

Волга буйы федераль округындағы һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында иң яҡшы һөнәр эйәһен билдәләү маҡсатында төбәк-ара бәйге үткәрелде.

Фото Мәғариф министрлығы сайтынан.Фото Мәғариф министрлығы сайтынан.
Фото Мәғариф министрлығы сайтынан.
Волга буйы федераль округындағы һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында иң яҡшы һөнәр эйәһен билдәләү маҡсатында төбәк-ара бәйге үткәрелде.
Унда Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы уҡытыусыһы Кирилл Катков еңеү яуланы!
Конкурста ҡатнашыусыларҙың федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрестәрҙе инновациялы ысулдар менән алып барыу оҫталығына ҙур иғтибар бирелгән. Жюри шулай уҡ дәрестең планын, унда ҡулланылған видеояҙмаларҙы, электрон портфолионы һ.б. баһалаған.
Һөҙөмтәлә беҙҙең Кирилл Катков 104,42 балл йыйыуға өлгәшеп, еңеү яуланы.
Читайте нас