Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Октябрь 2019, 18:42

Ҡатнашыусыларҙан иң өлкәне – 90 йәшлек Марат Кәримов

Башҡортостанда "Татар теле буйынса диктант" тип аталған мәғариф акцияһы ойошторолдо.

Башҡортостанда "Татар теле буйынса диктант" тип аталған мәғариф акцияһы ойошторолдо.
Сара дүрт урында – Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә һәм баш ҡаланың 162-се урта мәктәбендә үтте.
Унда ҡатнашыусылар араһында иң йәше Арсен Хәлиуллин булһа, танылған шағир, 90 йәшлек Марат Кәримов – иң өлкәне.
“Тел – иң ҙур байлыҡ, киң аралашыу сараһы. Ул беҙҙе бөгөнгө заманда йәшәргә, үҫешергә өйрәтә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға ынтылыш бирә”, – тине Марат Кәримов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рима Үтәшева әйтеүенсә, акция Башҡортостандың һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арнала.
Читайте нас