Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Ноябрь 2019, 17:15

Беҙҙең төбәк – татыулыҡ майҙаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығыштарында даими рәүештә республикабыҙҙың күп милләтле һәм конфессиялы төбәк икәнен билдәләй. Ул шулай уҡ төбәгебеҙҙәге халыҡтар үҙ-ара килешеп, аңлашып, бер-береһенә ихтирам тойғоһо менән йәшәүен дә билдәләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығыштарында даими рәүештә республикабыҙҙың күп милләтле һәм конфессиялы төбәк икәнен билдәләй. Ул шулай уҡ төбәгебеҙҙәге халыҡтар үҙ-ара килешеп, аңлашып, бер-береһенә ихтирам тойғоһо менән йәшәүен дә билдәләй.


Был хаҡта Республика көнө уңайынан уҙғарылған йыйылышта төбәктең милләттәр дуҫлығы һәм татыулығы май­ҙаны булыуға айырым иғтибар бүленеп әйтелгәйне.
Шул сарала булған Өфөләге Беларусь вәкиллеге етәксеһе Петр Балтрукович Башҡорт­останда бөгөн белорустар йәшәүен һәм уларҙың республика үҫешенә үҙ өлөшөн индереүҙәрен әйткәйне.
Бөгөн төбәгебеҙҙә 17, 5 мең белорус иҫәпләнә. Беларусь Рес­публикаһынан күсеп ултыр­ған­дарының бер өлөшө Иглин районының Балтика ауылында төпләнгән. Ауылда бөгөн 1600-гә яҡын белорус йәшәй, улар үҙҙәренең йолаларын тота, милли байрамдарын уҙғара.
Башҡортостанда тәүге белорус ауылдары XIX быуатта барлыҡҡа килгән. Бында улар көнсығыш һәм үҙәк Белоруссиянан килгән. Сәбәбе – 1861 йылда крепостной хоҡуҡтың бөтөрөлөүе һәм крәҫтиән­дәрҙең ерһеҙ ҡалыуы, йәнә лә – Беренсе донъя һуғышы.
Бында Өфө губернаһына килгән халыҡ ер эшкәртеү, мал үрсетеү, ҡортсолоҡ, һунар һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Бөгөн дә улар тәү күсеп килгән урындарында – Иглин, Архангел райондарында йәшәй. 1996 йылда Балтика ауылында “Спадчына” Башҡортостан белорустарының милли-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килгән. Халыҡ бигерәк тә Иван Купала байрамын даими үткәрә. Был ауылда шулай уҡ факультатив рәүешендә белорус телен дә өйрәнәләр. Өҫтәмә дәрестәр 2001 йылдан булдырылған һәм аҙнаһына ике тапҡыр уҙғарыла. Уны Нина Рублик алып бара.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында Беларусь Республикаһы төбәктең сауҙа-иҡтисади партнеры булып тороуын әйтте. 2018 йылғы күрһәткестәр буйынса Беларусь һәм Башҡортостан араһында тауар әйләнеше, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 41,5 процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса Беларусь Республикаһы Башҡортостан партнерҙары араһында икенсе урында тора.
Быйыл Белоруссия менән хеҙмәттәшлек сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә дауам итә.

Читайте нас