Белем һәм тәрбиә
2 Ноября 2019, 08:04

Ҡайһы уҡыу йортон һайларға?

Сибай ҡалаһының Йәштәр йортонда юғары класс уҡыусылары өсөн “PROУСПЕХ” тип аталған уҡыу йорттары йәрминкәһе үтте.

Рәүилә Хәсәнова фотолары.Рәүилә Хәсәнова фотолары.
Рәүилә Хәсәнова фотолары.
Сибай ҡалаһының Йәштәр йортонда юғары класс уҡыусылары өсөн “PROУСПЕХ” тип аталған уҡыу йорттары йәрминкәһе үтте.
Сарала ҡаланың бөтә урта һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ Өфө ҡалаһынан да килгәйнеләр.
Һәр уҡыу йортонда буласаҡ абитуренттарҙы белем усағы менән яҡындан таныштырҙылар, ҡабул итеү үҙенсәлектәре хаҡында бәйән иттеләр.
Саранан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ла ситтә ҡалманы. Улар уҡыу йорто тураһында бай йөкмәткеле фильм күрһәтте, студенттар тормошон һәм уҡыу процесын сағылдырған күргәҙмә янынан уҡыусылар өҙөлмәне.
Һөнәр һайлау еңелдән түгел, шуға күрә йәштәргә дөрөҫ һөнәр һайлау өсөн бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Читайте нас