Был хәл 30 октябрҙә ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары менән булған.
Социаль селтәрҙәрҙәге “Полиция омбудсмены” төркөмөндә яҙыуҙарынса, Өфө юридик институты студенттарын ятаҡ бүлмәләренән ҡыуып сығарғандар. Шулай итеп, улар урамда тороп ҡалған.
Быға ятаҡ бүлмәләрендә мультиварка һәм башҡа файҙаланырға ярамаған әйберҙәрҙең барлығы сәбәпсе. Өҫтәүенә был тикшереү ҡапыл булған. Дежур иткән хеҙмәткәр ҡыҙҙарҙың да, егеттәрҙең дә бүлмәләренә шаҡымай ингән. Уға студенттарҙы ятаҡтан сығарыу тураһындағы фармандың юҡлығы, күптәрҙең командировка танытмаһында торлаҡ биреү тураһындағы яҙыуҙың барлығы ла кәртә була алмаған.
Студенттар социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 27 октябрҙә уҡыу йорто етәкселәренең береһе менән уҙғарылған йыйылышта ятаҡтағы йәшәү шарттары мәсьәләһе лә күтәрелгән. Ошонда уҡ полиция подполковнигына ятаҡтағы туҡланыуҙың талаптарға тура килмәүе, санитар нормаларҙың һанға һуғылмауы, ҡайһы бер бүлмәләрҙә электр ҡорамалдарын файҙаланыуҙы тыйыу һәм башҡалар хаҡында әйтелгән.
Өҫтәүенә уҡыу йортонда белем алғандарҙың был мәсьәләләрен ике көн эсендә ҡарарға вәғәҙә иткәндәр.