Белем һәм тәрбиә
6 Ноября 2019, 06:34

Ғорурланырлыҡ уҡыусылары күп

Гүзәл Ибраһимова Стәрлетамаҡта тыуһа ла, Төмән өлкәһенең Газ-Сале ҡалаһында үҫә. Төмән дәүләт университетының география бүлеген тамамлағас, оҙаҡ эшләп тә өлгөрмәй, Стәрлетамаҡ егетенә кейәүгә сығып, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә.

Тормошта ҡырҡа боролоштар ҙа осрай, әммә ул һис зарланмай.


Гүзәл Ибраһимова Стәрлетамаҡта тыуһа ла, Төмән өлкәһенең Газ-Сале ҡалаһында үҫә. Төмән дәүләт университетының география бүлеген тамамлағас, оҙаҡ эшләп тә өлгөрмәй, Стәрлетамаҡ егетенә кейәүгә сығып, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә.


Башта ҡаланың – 32-се мәктә­бе­н­дә, һуңынан 1-се мәктәп-интернатта ун йыл географиянан уҡыта, ә инде 2015 йылда уны 1-се гимназияға эшкә саҡыралар. Был ваҡытта ул география уҡытыусыларының ҡала методик берләшмәһен етәкләгән була.

Әйткәндәй, 1-се мәктәп-интернатта эшләгәндә, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында беренсе урынды яулап, Өфөгә конкурсҡа барырға тәҡдим итһәләр ҙә, баш тарта ул. “Ҙур сәхнәлә күмәк кеше алдында сығыш яһарға яратмайым”, – ти үтә лә тыйнаҡ Гүзәл Фәрхәт ҡыҙы. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, уның тәжрибәһе, эш һөҙөмтәһе уҡыусыларында сағыла. Ҡыҙ һәм малайҙар география фәне буйынса йыл да “Гагарин кубогы” олимпиа­даһында ҡатнаша, ә бына гимназияны былтыр тамамлаған Данил Жаворонков ике йыл рәттән Башҡортостанда – еңеүсе, ә Рәсәй буйынса призер була. Бөгөн иһә ул Мәскәү дәүләт университетының геофизика факультетында уңышлы уҡып йөрөй һәм бындай уҡыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына түгел. Ғорурлан­маҫлыҡмы ни?!
Ошо йылдың хозур көҙөндә алтын юбилейын билдәләгән уҡытыусының үҙенең дә уңыштары етерлек. Хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған. Ғаиләһенән дә уңған ул. Тормош иптәше менән ике ул үҫтер­гәндәр. Өлкәндәре Санкт-Петербург ҡалаһындағы Диңгеҙ академияһында уҡып йөрөһә, кесеһе ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернатында XI клас­та уҡый.
Әңгәмәсем билдәләүенсә, ул көн­итмештә көтөлмәгән шатлыҡтар­ҙың һәм ҡаҙаныштарҙың күберәк булыуын теләй, шул уҡ ваҡытта тормошта ҡырҡа боролоштарҙың осрауына һис тә зарланырға яратмай. Йырҙа йыр­ланғанса, бер нәмә лә юҡтан килеп сыҡмай. Ҡайтанан тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнермен тип бер нисек тә уйламаған.
Төмән өлкәһендә йәштән сынығып ҡайтҡан ҡыҙ Стәрлетамаҡта үҙен көслө, тәжрибәле уҡытыусы итеп таныта. Ҡалабыҙҙың белем усаҡта­рында эшләп йөрөгән әллә күпме уҡытыу­сыларҙың тормош юлы Гүзәл Иб­раһимованыҡы һымаҡ ябай ҙа, һоҡланғыс та.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас