Өфөнөң 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы әленән-әле ҡыҙыҡлы саралары менән ҡыуандыра. Бөгөн “Беҙ спортты яратабыҙ” тип исемләнгән асыҡ дәрес үтте.
Уның үҙенсәлеге шунда: өлкән төркөм балалары менән уларҙың ата-әсәһе, балалар баҡсаһының башҡа хеҙмәткәрҙәре лә төрлө күнекмәләр эшләне, уйындарҙа ҡатнашты.
Тәрбиәселәр Азалия Баймырҙина менән Әлфиә Ризуанова тарафынан асыҡ дәрес балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолған. Бынан тыш, күнекмәләр көн дә үткәрелеп тора, физзарядканан тыш, балалар бик теләп аэробика менән дә шөғөлләнә.
Әйткәндәй, 166-сы балалар баҡсаһы тағы ла үҙенең башҡорт мөхите менән иғтибарҙы йәлеп итә: балаларҙан, тәрбиәселәрҙән алып ашнаҡсыларға, ата-әсәләргә тиклем барыһы ла башҡортса һөйләшә. Милләтебеҙ киләсәгенә рухлы шәхестәр әҙерләйҙәр бында.