Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәлә мөһим урынды мәғариф, белем биреү, мәҙәниәт темаларына ла бүлде.
Мәҫәлән, яҡын арала Башҡортостанда донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был бик ҙур алға китеш буласаҡ.
– Белһәгеҙ икән бының республика, уның киләсәге өсөн ни тиклем мөһимлеген. Ил Президенты менән осрашҡан саҡта мин тәү сиратта ошо үҙәкте булдырыу мәсьәләһен күтәрҙем, унан ярҙам һораным, – тине Радий Фәрит улы. – Унда төп дүрт йүнәлеш буласаҡ – химия, энергетика, медицина, аҡыллы машиналар һәм авиация. Был тармаҡтарҙа лидерлыҡҡа өлгәшергә тырышасаҡбыҙ. Яңы перспективалы белгеслектәр асасаҡбыҙ. Ғилми аҡылдарҙы йәлеп итәсәкбеҙ. Беҙҙә 150 самаһы вуз-ара кафедралар, яңыса ҡорамалландырылған лабораториялар барлыҡҡа киләсәк. Биш мең урынлыҡ заманса вуз-ара студенттар кампусы төҙөйәсәкбеҙ.
Төбәк Башлығы белдереүенсә, республикала Евразия федераль университеты барлыҡҡа киләсәк.
– Быйыл тәүге тапҡыр республиканан киткән һәм беҙҙең уҡыу йорттарына уҡырға килгән студенттар араһындағы айырма ярты тапҡырға кәмене. Беҙҙең университеттарға мәктәптәрҙә үк абитуриенттарға “һунар” башларға ваҡыт. Талантлы уҡытыусылар һәм ғалимдар лекциялар үткәрһен, вуздарҙың көслә яҡтарын һәм мөмкинлектәрен күрһәтергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Ә киләһе йылда Өфөлә аҡыллы балалар өсөн математика һәм Айти-технологиялар өлкәһендәге лицей-интернат асыласаҡ. Был идеяны билдәле педагогтар Михаил Саханевич менән Александр Столяров күтәреп сыҡҡан.
– Минеңсә, Башҡортостан мәктәптәренең биш көнлөк уҡыуға күсеү идеяһы үҙен тулыһынса аҡланы. Мин кешеләрҙең фекерҙәрен белештем. Улар: “Эйе” тине. Беҙ был аҙымға барҙыҡ, балаларға ғаиләһе менән аралашһын, спорт, ижад менән шөғөлләнһен өсөн шәмбеләрҙе бушаттыҡ, – тине төбәк етәксеһе.