Мәскәүҙә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының төп проекттарының береһе булған “Минең тәүге бизнесым” халыҡ-ара конкурсының онлайн-этабына йомғаҡ яһалды. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән конкурста 700 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы, теркәлеүселәр һаны буйынса алдынғы төбәктәр тиҫтәһенә инеп, һигеҙенсе урын яуланы. Бәйгелә республикабыҙҙан 14 852 уҡыусы ҡатнашты (дөйөм һандың 2,11 проценты). Онлайн-тапшырыуҙа иғлан ителгән 60 еңеүсегә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, конкурс тураһындағы һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән тамашасыларға махсус бүләктәр ҙә ҡаралғайны.
“Минең тәүге бизнесым” конкурсы уҡыусылар араһында эшҡыуарлыҡ һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелә. Балалар бәйгелә бизнес-идея, шулай уҡ әҙер проект менән ҡатнашты. Сараның биш йүнәлешен танылған блогерҙар етәкләне. Онлайн-этабында 19 ҡалала конкурс штабы асылды. Уларҙа эшҡыуарлыҡ һәм интеллектуаль уйындар, конкурстың эксперттар һәм остаздары – “КАПИТАНДАР” факультеты студенттары менән осрашыуҙар үткәрелде. Төбәк штабтары киләһе этапта ла эшен дауам итәсәк. Уларҙа START UP бизнес-курсы ойошторола.
Өсөнсө миҙгелдә иң популяр йүнәлештәр – “Медиа”, “Инновациялар”, “Социаль өлкә”, “Мәғариф” һәм “Һанлы технологиялар”. Быйыл балаларға конкурс һорауҙарына уңышлы яуап биреү өсөн отошлораҡ, ҡыҙыҡлыраҡ алымдарҙы ҡулланырға, ижади эш итергә тура киләсәк.
Ғаризалар һаны буйынса әүәлгесә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе алда бара. Башҡортостан – һигеҙенсе урында.
Бәйгелә әүҙем ҡатнашҡандар дүрт айлыҡ START UP бизнес-курсы үтеү, юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн өҫтәмә балл туплау, проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн остаздары менән бәйләнеш булдырыу, Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан грант отоу, төбәк-ара бизнес-интенсивта ҡатнашыу, күләмле CapFest фестивалендә проекты менән таныштырыу мөмкинлегенә эйә.
2019 – 2020 йылдарҙа конкурстың этаптары:
– 05.11.2019 – 20.12.2019 – онлайн-этап;
- 12.2019 – онлайн-этапҡа йомғаҡ яһау;
- 2019 йылдың декабре – 2020 йылдың апреле – START UP бизнес-курсы;
- 2020 йылдың феврале – бизнес-интенсивтар;
-
2020 йылдың майы – CapFest фестивале, START UP бизнес-курсы, конкурсты рәсми ябыу сараһы.