Белем һәм тәрбиә
24 Декабря 2019, 12:30

“Мәғариф сәғәте”ндә мөһим мәсьәләләр тикшерелде

2020 йылда 600 мең һумлыҡ сертификат алғандар һаны 150 кешегә тиклем артасаҡ.

24 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар мәғариф учреждениеларын төҙөү, реконструкциялау, капиталь төҙөкләндереү буйынса пландарҙы тикшерҙе.
Кәңәшмәне республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская асты. Ул граждандарҙың белем биреү мәсьәләләренә бәйле мөрәжәғәттәре күләменең кәмеүен билдәләне. Бер йылда өс мең самаһы мөрәжәғәт килгән. Улар, нигеҙҙә, уҡыу йорттары хакимиәте эшенә, мәктәптә туҡланыуға, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөүгә ҡағыла.
Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин мәғариф учреждениелары төҙөү йомғаҡтары тураһында һөйләне. Быйыл республикала 22 балалар баҡсаһы һәм 21 мәктәп төҙөлгән. Киләһе йыл тағы ла 24 баҡса төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Кәңәшмәлә шулай уҡ белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу, капиталь ремонтлау мәсьәләләре ҡаралды.
Айбулат Хажин киләһе йыл мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тәьмин итеүгә комплекслы ҡараш булдырыу маҡсатында, ихтыяждарға ҡарап, биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауҙы, ошо объекттарҙың ихаталарын төҙөкләндереүҙе, аҙыҡ-түлек блоктарын яңыртыуҙы берләштерергә тәҡдим итте. 153 учреждениены ремонтлауға 980 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Әммә бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә был аҡса етмәй. Радий Хәбиров Финанс министрлығына ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 70 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин яңы балалар баҡсалары төҙөү барышы тураһында һөйләне.
Киләһе йыл Башҡортостан мәктәптәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу башлана. Айбулат Хажин әйтеүенсә, тәүге этапта 489 мәктәп контейнерҙар менән тәьмин ителәсәк, икенсе этапта иһә 1389 ауыл мәктәбендә ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн яңы контейнерҙар барлыҡҡа киләсәк.
Кәңәшмәлә төбәк Башлығы шулай уҡ ауыл уҡытыусыларына грант ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен күтәрҙе. 2020 йылда 600 мең һумлыҡ сертификат алғандар һаны 150 кешегә тиклем артасаҡ. Радий Хәбиров, грант аҡсаһын сертификат алғанда тотоп ҡалынған һалым күләменә арттырырға кәрәк, уҡытыусылар ҡулына теүәл 600 мең һум алырға тейеш, тип билдәләне.
Кәңәшмәлә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә IT һәм математика лицейы төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Мәғариф министры әйтеүенсә, 375 балаға иҫәпләнгән интернат тибындағы заманса мәктәпте 2020-2021 йылдарҙа Ҡариҙел йылғаһы ярында төҙөү күҙаллана.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас