Белем усағында уҡытыу-тәрбиә эштәре “тулы көнлө мәктәп” эш тәртибенә көйләнгән. Төштән һуң иһә ҡыҙ һәм малайҙар дәрестән тыш эшмәкәрлеккә башкөллө сума. Өҫтәмә белем биреү программалары буйынса төҙөлгән дәрестәр, төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары – шуға асыҡ миҫал.
Бер мең уҡыусыға иҫәпләнгән күп тармаҡлы мәктәптә программаларҙы “Ҡанатлан!” модуль проектына ярашлы алып барыуы тураһында белдерҙе педагогтар. Мәҫәлән, кескәйҙәр I кластан уҡ шахмат уйынына өйрәнә. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары ойошторола. Башҡортостан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, француз телдәре аша алып барыла, улай ғына ла түгел, баланы ҡыҙыҡһындырыу буйынса клубтар эшләй. Тиҙ уҡыу, робот техникаһы, сәхнә оҫталығы, йыр, үҫеш интеллекты, башланғыс ижадты үҫтереү һәм башҡа түңәрәктәр төрлө яҡлап үҫешкә көслө йоғонто яһауына баҫым яһай уҡытыусылар.