Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында VIII-XI класс уҡыусылары араһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада тамамланды.
Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров бар уҡыусыларҙың да сәмсел, тырыш, маҡсатлы булыуын билдәләне.
"Йылдан-йыл балаларҙың олимпиадаға төплө әҙерлек менән килеүе шатландыра, – тине жюри рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Вадим Толомбаев та. – Улар олимпиадаға етди ҡарап та, башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индерә".
Өс көн барған сара уҡыусылар ғына түгел, ә уҡытыусылар өсөн дә иҫтәлекле мәл булғандыр. Улар коллегаларының алдынғы эш тәжрибәһе менән танышты, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, интеллектуаль уйындарҙа үҙ көсөн һынаны. Шул да иғтибарға лайыҡ: олимпиадала, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан тыш, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәһенән дә балалар ҡатнашты.
Еңеүселәрҙең һәммәһенә лә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, һәр кем тыуған яғына бай тәьҫораттар менән ҡайтты.