Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе күптән түгел 80 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне. Райондың мәғариф үҫеше тарихында ғына түгел, тотош республикала һәм Рәсәйҙә киң танылыу алған белем усағының үҙ тарихы, үҙ ҡаҙаныштары һәм уңыштары байтаҡ. Ул шулай уҡ үҙенең педагогтары һәм уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Уҡыу йорто директоры Радмир Иҫәнбаев етәкселегендәге тәжрибәле педагогия коллективû, белем усағының йылдар буйы һалынған матур традицияларын дауам итеп, уҡыусыларға сифатлы һәм төплө белем биреүҙе дауам итә. Мәктәп тураһында уның директоры Радмир Фитран улы түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Мәктәп тарихына килгәндә, ул 1939 йылда барлыҡҡа килә. Тарихи күҙлектән, белем усағының үҫеш юлын ике өлөшкә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүгеһе – 1939 – 1974 йылдар, был ваҡытта мәктәп ҡаланың Стаханов урамында урынлаша. Икенсеһе – 1975 йылдан бөгөнгә тиклем, әле бина Сергей Чекмарёв урамында ултыра. Әлбиттә, тарих биттәрен байҡағанда, тәүге директорҙан алып ошо мәктәптә белем алған уҡыусыларҙы ла áèëäәëәï, уларҙың хеҙмәттәрен баһалап, тормошта ниндәй уңыштарға өлгәшеүен òåëãә àëûðғà булыр ине, тик уның өсөн ваҡыт та, гәзит майҙаны ла күп кәрәк. Әле иһә белем усағының бөгөнгө тормошона ғына бер аҙ туҡталып үтәйек.
Мәктәбебеҙ ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе статусын йөрөтә, районда иң алдынғылар, республикала иң яҡшы белем усағы булараҡ күптәргә яҡшы таныш. Бөгөн мәктәптең 32 кабинеты интернет селтәренә тоташтырылған, 24 урынлыҡ ике компьютер класы бар. Шулай уҡ логопед үҙәге, дефектолог, психологик көсөргәнеште кәметеү кабинеттары, медпункт, тренажер, спорт, акттар, конференция залдары, музей, теген, слесарь һәм столяр оҫтаханалары булдырылған. Күптән түгел робот техникаһû һәм конструкциялау кабинеттары өсөн яңы ҡоролмалар һатып алынды, уҡыусылар өсөн өҫтәл теннисы, каратэ, бокс, көрәш, футбол, волейбол, баскетбол, шашка, шахмат һәм саңғы спорты секциялары эшләй.
Мәктәп коллективы “Сифатлы белемдән – уңышлы шәхескә” тип аталған тема өҫтөндә ентекле эш алып бара. Уның сиктәрендә “Һәр баланың уңышы”, “Һàíлы белем биреү мөхите” исемле төбәк, өлкән кластар өсөн “Ҡанатлан” һәм башҡа проекттарҙа даими ҡатнаша. 2016 йылда мәктәптә инновациялы майҙансыҡ булдырылды, һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн “Уңайлы мөхит” программаһы тормошҡа ашырылды. Áûëòûð августа Германиянан, “Өфө – Бодензее дуҫлыҡ күпере” ойошмаһы рәйесе Надя Винтемайер, мәртәбәле ҡунаҡтар булып китте.
Белем усағында төрлө йүнәлеш буйынса өҫтәмә белем биреү программалары уңышлы эшләй. Мәҫәлән, “Èëһàì” өлгөлө вокаль студияһында (етәксеһе – С. Үтәева) шөғөлләнеүселәр Париж, Прага, Сочи һәм Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһап, һәр саҡ Ãран-при, беренсе урындар яулай. “Оҫта ҡулдар” (етәксеһе – З. Ҡадаева) түңәрәгендә йөрөүселәр ҙә Бөтә Рәсәй конкурстарында һәр саҡ яңы коллекциялары менән ҡыуандыра. “Йәнтөйәк” (етәксеһе – М. Азаматова, А. Әхмәтова, С. Ғәлиуллина) фольклор òөðêөìө – мәктәбебеҙ ғорурлығы. Улар ике тапҡыр (2016, 2018 йылдарҙа) “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында еңеү яуланы.
Уҡытыусыларҙың да уңыштары байтаҡ. Мәҫәлән, Әнисә Байрамғолова “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Ðәхмәт хатына һәм Сухомлинский миҙалына лайыҡ булды.
Бөгөн беҙҙең мәктәптә 925 уҡыусы белем ала, уларға 57 педагог белем бирә. Педагогèÿ коллективы араһында бер “Башҡортостàндың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, бишәүһе “РФ-тың ïî÷åòëû äөéөì áåëåì áèðåү хеҙмәткәре” òèãәí ìàҡòàóëû исемдәргә лайыҡ. 28 уҡытыусы юғары, 12-һе беренсе категорияëû, 4 йәш уҡытыусы быйыл мәктәпкә килде. Йәнә ике уҡытыусыбыҙ – “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсыíäà еңеүселәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: 80 йыллыҡ тарихы булған белем усағы бөгөн дә, үҙ асылына тоғро ҡалып, йәш быуынға төплө, сифатлы һәм заманса белем бирә, яуланған уңыштарға туҡталмай, һәр саҡ яңы үрҙәргә ынтыла.